Ошо көндәрҙә “Юлдаш” радиоһында билдәле яҡташтарыбыҙ Сажиҙә һәм Рәйес Әхмәтовтар тураһында бик матур тапшырыу эфирға сыҡты. Юғары дәрәжәләргә ирешеп тә, ябай кеше булып ҡалған замандаштарыбыҙ “Йәшәү йәме” тапшырыуында үҙҙәренең тормош юлы тураһында бәйән итте.
Тыуған яҡтарынан ситтә йәшәһәләр ҙә, ауылдаштары тураһында онотмаған, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙып, матур эштәре менән йәнтөйәген данлап йәшәгән Әхмәтовтар тураһында район гәзитендә лә мәҡәләләр донъя күреп тора. Мәҫәлән, улар башланғысы менән Иҫке Аҡҡолай ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә таҡтаташ асылды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәйес Вәсим улы Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса министрлыҡтың Башҡортостан Республикаһы буйынса янғын һүндереү хеҙмәте идаралығы етәксе урынбаҫары булып эшләне. Тормош юлдашы Сажиҙәнең дә хеҙмәт эшмәкәрлеге Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм Эске эштәр министрлыҡтары менән бәйле. Әйтергә кәрәк, хис-тойғоға бай был һөйкөмлө ханым иҫ киткес матур шиғырҙар ҙа ижад итә. Шулай уҡ береһенән-береһе һәләтле яҡташтарыбыҙ - билдәле композитор Альфред Яҡшымбәтов көй яҙған, Светлана Хәкимова, Хәлимә Ғәббәсова башҡарған был йырҙар халыҡ араһында күптән популярлыҡ яулаған да инде.