Х. И. Ғәзизов 1939 йылдың 8 сентябрендә Әлшәй районы Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында тыуған. Атаһы Илмырҙа Ғәзизов Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәрендә үк фронтҡа китә һәм 1942 йылдың декабрендә хәбәрһеҙ юғала. Әсәһе дүрт бала менән тороп ҡала.
Хәсән Илмырҙа улы тиҫтерҙәре менән бик иртә баҫыуҙа эшләй башлай. Уның хеҙмәт кенәгәһендәге тәүге яҙыу 1955 йылда теркәлә, үҫмергә ул ваҡытта яңы ғына 15 йәш тулған була. Ҡыпсаҡ-Асҡар һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң Раевка 1-се урта мәктәбендә уҡыуын дауам итә.
1958-1961 йылдарҙа Совет армияһы сафында хеҙмәт итә. Демобилизацияланғандан һуң Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй, 1962 йылда Мәскәүгә китә һәм “Ауыл хужалығын механикалаштырыу” белгеслеге буйынса Тимирязев исемендәге ауыл хужалығы академияһына уҡырға инә. Әммә тыуған ауылы менән бәйләнеште өҙмәй, йәйге каникулда колхозда тракторсы, механик булып эшләй.
Академияны тамамлағас, Х. И. Ғәзизовҡа юғары уҡыу йортонда эшкә ҡалырға тәҡдим итәләр. Әммә диплом алған инженер-механик тыуған яғына ҡайта. Уны “Мир” колхозына, ул ваҡытта Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы ла ошо хужалыҡҡа ингән була, баш инженер итеп тәғәйенләйҙәр. Артабан “Мир”ҙан Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхоз бүленеп сыға.
1970-1972 йылдарҙа Хәсән Илмырҙа улы колхоз рәйесе булып хеҙмәт һала. Был осорҙа Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында уның башланғысы менән 4 километрлыҡ һыу үткәргесе булған һыу һурҙырғыс башня, шулай уҡ фермалар, гараждар төҙөлә, заманса ауыл хужалығы машиналары һатып алына. Әммә һөнәренә һөйөү йәнә өҫтөнлөк ала – Х. И. Ғәзизов инженер-механик булып күсерелә һәм 1999 йылға тиклем, хаҡлы ялға сыҡҡансы, ошо вазифаны башҡара. Уның ҡатнашлығында бөтә етештереү эштәре механикалаштырыла, мал аҙығы цехтары, автозаправкалар, машина-трактор оҫтаханалары, барлыҡ бригадаларҙа машина ихаталары төҙөлә, инженер-техник хеҙмәте булдырыла. Хәсән Илмырҙа улы һәр ваҡыт инженер-техник хеҙмәткәрҙәрен, механизаторҙарҙы һәм шоферҙарҙы уҡытыу һәм кадрҙарҙы тулыландырыу менән шөғөлләнә. Төп эше менән бер рәттән ауыл мәктәбендә уҡытыу эшен алып барырға ла өлгөрә – буласаҡ тракторсы-машинистар әҙерләй.
70-се йылдар уртаһында тәжрибәле белгесте Өфө фәнни-тикшеренеү институттарының береһенә эшкә саҡыралар. Әммә Хәсән Илмырҙа улы тыуған яғына тоғро ҡала.
Уның ҡаҙаныштары “Фиҙакәр хеҙмәте өсөн. В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан” юбилей миҙалы, почет грамоталары, рәхмәт хаттары менән билдәләнә, “Хеҙмәт ветераны” исеме бирелә.
Х. И. Ғәзизов сағыу тормош юлы үтте, һәр ваҡыт әүҙем гражданлыҡ позицияһына эйә булды, юғары һөнәри оҫталығы, кешеләргә иғтибарлы мөнәсәбәте менән айырылып торҙо. Ауылдаштары уны - эшлекле сифаттары, туғандары изгелеге һәм ярҙамсыл булғаны, барыһын да ҡурсалап торғаны өсөн хөрмәт итте.
Үҙ эшенең оҫтаһы, һоҡланғыс кеше Хәсән Илмырҙа улы Ғәзизов тураһында яҡты иҫтәлек йөрәктәребеҙҙә мәңге һаҡланыр.