Әлшәй хәбәрҙәре
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
14 Сентябрь 2019, 23:02

Хәлдәрең нисек, Нурия апай?

"Табиптарҙың һәр талабын үтәргә тырышам. Әлегә минең тормошом – дарыухана-өй-дарыухана"...

Яҡташыбыҙ, күптәрҙең яратҡан йырсыһы, композитор, диктор Нурия Абдуллинаның яман шеш менән ауырыуы, уға дауаланыу өсөн хәйриә концерты ойошторолғаны хаҡында мәғлүмәт күп булды. Артистың меңәрләгән тамашасылары уның хәле менән ҡыҙыҡһына, борсола, аяҡҡа баҫыуын теләй. Аллаға шөкөр, йырсы "Бәйләнештә" сайтында үҙенең хәлен белдереп тора.


"Иң мөһим яңылығым – мин иҫән-һау! Һәр көнгә ҡыуанам, күҙем күреүенә, ишетеүемә һәм әкренләп йөрөй башлауыма Хоҙайыма рәхмәт әйтәм, – тигән ул. – Табиптарҙың һәр талабын үтәргә тырышам. Әлегә минең тормошом – дарыухана-өй-дарыухана.


Уның ҡарауы, бөгөн үҙ аяғым менән дарыу барып алыуыма хатта шатландым. Ауыртыуҙы баҫа торған көслө дарыуҙар эсергә тура килә, ул шул тиклем хәлде ала, йоҡоға тарта һәм бик күңелһеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тулы депрессияға алып килә. Шуға ла мин шымып ҡалдым һәм үҙемде бер нисек тә ҡулға алып, яҙа алманым. Һеҙҙең ярҙамығыҙға таянып, күңелегеҙҙе йөрәгем менән ишетеп, тағы бер аҙым эшләнем.


Туғандарым, хеҙмәттәштәрем, алыҫ ауылдарҙағы яҡташтарым, социаль селтәрҙәге дуҫтарым! Тәүге көндән алып мине бәләлә яңғыҙ ҡалдырмауығыҙға ҙур рәхмәт белдерәм. Ауырымағыҙ! Үҙегеҙҙе һәм бер-берегеҙҙе ҡәҙерләгеҙ! Осрашҡанға тиклем!

"Башҡортостан" гәзите сайтынан.

Фото/Нурия Абдуллинаның "Бәйләнештә" селтәрендәге сәхифәһенән.

Читайте нас: