Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
11 Сентябрь 2019, 19:17

Рөстәм Ғиззәтуллин: "Рәссам йәки спортсы ла була алыр инем"

Яҡташыбыҙ, билдәле йырсы Рөстәм Ғиззәтуллин социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә үҙенең бала сағы тураһында бына нимәләр яҙа:

"Мәктәптә уҡығанда минең бөтә дәфтәрҙәрем абстракционизм стилендәге һүрәттәр менән сыбарлана ине. Был минең яратҡан шөғөлөм булды. Шулай уҡ бик етди рәүештә милли көрәш менән дә шөғөлләндем. Ә ял көндәрендә район үҙәгенә Альфред Яҡшымбәтов етәкселегендәге репетицияларға йөрөй инем.

Тимәк, мин рәссам, ә бәлки спортсы ла була алыр инем. Әммә ниндәйҙер бер миҙгелдә сәхнә мине арбап алды һәм әлегә тиклем үҙенән ебәрмәй.

Мин быға ҡаршы ла түгелмен".

Читайте нас: