Оҙаҡ йылдар дауамында педагогик эшмәкәрлеге менән Зәлиә Камил ҡыҙы районыбыҙ үҫешенә тос өлөш индерҙе.
З. К. Кашапова 1953 йылдың 8 ғинуарында Әлшәй районының Һарыш ауылында колхозсылар ғаиләһендә донъяға килә. Себенле мәктәбендә 8-се синыфты тамамлағандан һуң уҡыуын Рәми Ғарипов исемендәге республика гимназия-интернатында дауам итә.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген Миәкә районының Илсеғол урта мәктәбендә башланғыс синыф уҡытыусыһы булып башлай. 1972 йылдан Әлшәй районы Себенле урта мәктәбенең биология һәм химия уҡытыусыһы була. “Биология” белгеслеге буйынса Бөрө дәүләт педагогия институтын тамамлай.
Зәлиә Камил ҡыҙы бөтә ғүмерен Себенле мәктәбенә арнай, химия һәм биология дәрестәрен алып бара. 1996 йылдан 2001 йылға тиклем ошо мәктәп директоры була. Был белем усағы мәғариф учреждениелары араһында бөтә Рәсәй конкурсында “Матур мәктәп” номинацияһында бер нисә тапҡыр еңеү яулай.
Үҫеп килеүсе быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләү буйынса күп йыллыҡ емешле хеҙмәте өсөн З. К. Кашапова БАССР Мәғариф министрлығы Почет грамотаһы, “Халыҡ мәғарифы алдынғыһы” значогы менән бүләкләнә. Ул бер нисә тапҡыр Себенле ауыл Советы депутаты итеп һайлана.
Намыҫлы хеҙмәте, һайлаған һөнәренә тоғролоғо һәм әҙәплелеге менән Зәлиә Камил ҡыҙы танылыу һәм ихтирам ҡаҙанды. Ошо һоҡланғыс шәхес тураһында яҡты иҫтәлек йөрәктәребеҙҙә мәңге һаҡланыр.