Әлшәй хәбәрҙәре
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
3 Июль 2019, 18:30

Әлшәйҙәге дуҫлыҡ балаҫын кемдәр һуҡҡан икән буйлатып?

Аҡҡошло күлдәре, йылҡыһы-ҡымыҙы, шәкәре-балы, аҫалы балаҫтары менән дан тотҡан Әлшәй ере гүзәл ҡыҙҙары менән дә ғорурлана

Бәхетленең ҡунағы ла, байрамы ла бергә. «Тап шулай!» – тиер хеҙмәт байрамы һабантуйҙа алыҫ ҡитғаларҙан килгән ҡунаҡтарҙы ҡабул итеп, «Берҙәмлек» Халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивален асып ебәргән әлшәйҙәр. Тиҫтәгә яҡын ил вәкилдәре, һабан байрамында ҡатнашып, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, көнитмешебеҙ һәм мәҙәниәтебеҙ менән танышты, үҙ йырҙарын-бейеүҙәрен бүләк итте. Ҡәҙерле ҡунаҡтар араһында Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмаларының халыҡ-ара советы (CIOFF) президенты Филипп Боссан һәм шул советтың Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек буйынса комитеты ағзалары бар ине.

Боронғо йолаға ярашлы, һабантуйҙы абруйлы аҡһаҡалдар – кырандастар егелгән пар арғымаҡтарҙа килеп төшкән ветерандар Фәрит Хәйбрахманов, Анатолий Кадысев, Октябрь Ғәниев асып ебәрҙе. Фермер Наил Ғәлиәкбәров менән тракторсы Рөстәм Хәйретдинов күтәргән байраҡ, шат елберҙәп, күккә олғаша – ер байрамы, йыр байрамы, йән байрамы шулай башланып китә. Һөйәлле ҡулдары менән илгә иген иккән, һөт, ит етештергән хеҙмәт батырҙары, сәхнәгә саҡырылып, хөрмәткә күмелә. Район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин һәм Мәскәүҙән, Өфөнән ҡайтҡан рәсми вәкилдәр, фиҙакәрлектәре өсөн рәхмәт белдереп, уларға лайыҡлы бүләктәр тапшыра. Тантаналы саф менән алдынғылар, район хужалыҡтары коллективтары уҙа...

Артабан күңелдәрҙе елкендерер, күҙҙәрҙе ҡамаштырыр тамаша асыла. Корея, Македония, Шри-Ланка, Чили, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Беларусь, Сенегал Республикаһы вәкилдәре, киң майҙан буйлап йыр-бейеү менән үтеп, байрамға йыйылыусыларҙы ҡайнар сәләмләй. Халыҡ сәнғәтенә тәржемә кәрәкмәй: йөрәктән урғылған моң, ялҡынлы дәрт, ихласлыҡ менән әсир итә ул. Утлы ритмдар, таныш булмаған тылсымлы музыка, ҡеүәтләүсе ят ауаздар, сағыу кейемдәр, ҡояшлы йылмайыу менән арбаған ҡунаҡтар көслө ал­ҡыштар аҫтында оҙатыла. Әлбиттә, был һоҡланғыс парад башында күп милләтле бай мәҙәниәтебеҙҙе күрһәтеүсе моңһөйәр әлшәйҙәр – башҡорт, татар, рус, украин фольклор төркөмдәре, үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары килде.

– Фестиваль – 2020 йылда Башҡортостанда уҙасаҡ Бөтә донъя фольклориадаһына үҙенсәлекле репетиция. Ер шарындағы кешеләрҙе, милләтенә, тән төҫөнә ҡарамаҫтан, бер нәмә – мәҙәниәт берләштерә. «Берҙәмлек» – ул фольклор, изгелек һәм дуҫлыҡ байрамы. Уның маҡсаты – донъялағы тыныслыҡ хаҡына бөтә кешеләрҙе берләштереү, – тине CIOFF комитеты президенты Филипп Боссан. «Афарин!» – тип оран һалды уға һабантуй.

Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың төйәгебеҙгә ғашиҡ булыуын әйтеп тороу кәрәкме икән? Бына нәмә ти туғандаш Ҡырғыҙстан делегацияһы етәксеһе Татьяна Масиевская:

– Башҡортостанға икенсе килеүем. Тәү ҡараштан ғашиҡ булдым республикағыҙға. Кешеләрҙең тыныс, яғымлы йөҙҙәре, урындағы телеканалдан ағылған ыңғай мәғлүмәт, ҡабатланмаҫ йыр-моңоғоҙ – бөтәһе лә тормош һиллеге, халыҡтың күңел бөтөнлөгө, мәҙәнилеге хаҡында һөйләй. Бәлки, һеҙ үҙегеҙ быларҙың барыһын иғтибарлап та бөтмәйһегеҙҙер. Тик ситтән килгән кешегә шунда уҡ күренә һәм сикһеҙ ихтирам уята. Башҡорт һәм ҡырғыҙ телдәрендә дөйөм һүҙҙәр күплегенә ҡыуанып йөрөйөм. Уртаҡ төрки тамырҙар, мәҙәниәттәр оҡшашлығы халыҡтарыбыҙҙы бер-береһенә ныҡ яҡын итә. Байрам йәме – ат сабыштарын ғына алайыҡ...

Эйе, алтын яллы толпарҙар бәйгеһе, һәр ваҡыттағыса, һабантуйҙың йөҙөк ҡашы булды. Елдән етеҙ саптарҙар алмас тояҡтарынан осҡон сәсеп елдергәндә берәүҙәр һоҡланыуҙан телдәрен шартлатһа, икенселәр, йөрәген уста тотоп: «Йәгеҙ, йәгеҙ!» – тип бышылданы. Егәрле бригадирҙар ярышҡанда ла майҙан гөр килеп торҙо. Улар, аттарын йәһәт егеп, ике тоҡ йөк һалып, билдәләнгән араны тиҙерәк үтергә тейеш ине. Беҙ иһә халыҡ күмәклегенән өрккән дөлдөлөн ауыҙлыҡлай алған ҡыйыу азамат өсөн яндыҡ.

Батырлыҡ һәм таҫыллыҡ тантанаһы булған тағы бер майҙанда бәйге ҡыҙҙы – милли көрәш келәмендә баһадирҙар бил алышты. Саҡ ҡына арыраҡ йүгеректәр старт алды, ҡолғаға үрмәләүселәр йылғырлыҡта уҙышты, бәһлеүәндәр арҡан тартышты, таш күтәрҙе. Көршәк ватыу, көйәнтә менән һыу ташыу, бүрәнәлә тоҡ менән һуғышыу, тоҡ кейеп йүгереү, ҡатыҡтан тәңкә табыу кеүек сослоҡ, йылдамлыҡ талап иткән милли уйындар бигерәк тә күп халыҡты йыйҙы. Сит ил ҡунаҡтары ла ситтә ҡалманы, үҙҙәре өсөн мәҙәк тойолған уйындарҙа балаларса ихласлыҡ менән көстәрен һынаны...

Башҡорттоң мең йыллыҡтар дауамында һаҡлап ҡалған мәҙәниәтенең тағы бер гүзәл өлгөһөнә һоҡланды улар – «Быуаттарҙы бәйләүсе еп» тигән республика аҫалы балаҫ конкурсына тамаша ҡылды. Был көндә Өфө, Бөрө, Сибай, Салауат, Октябрьский ҡалаларынан, Миәкә, Архангел, Ғафури, Бишбүләк райондарынан һәм, әлбиттә, балаҫсылар төйәге Әлшәйҙән егерме ике оҫта маһирлыҡта ярышты. Ҡунаҡтар төрлө төҫтәрҙәге йөн ептәрҙән шул ике арала күҙҙең яуын алырлыҡ биҙәктәр тыуыуына таң ҡалды. Һәр ҡайһыһы, станок артына ултырып, берәр буй һуҙҙы. Йөн – тәбиғи сеймал, шуға күрә уға ҡағылғанда теләгән теләктәр мотлаҡ тормошҡа аша, тигән юрау йәшәй милләтебеҙҙә. Йәйғорҙай ептәргә үрелеп, изге теләктәр туҡылды: «Йәшәһен Башҡортостан!», «Йәшәһен халыҡтар дуҫлығы!», «Берҙәмлек ебе өҙөлмәһен!»

– Ни ғәжәп, балаҫ буйын һуҙырға өйрәткәндә тылмас кәрәкмәне. Ым, ҡараш, хәрәкәттәр ярҙамында һөйләштек. Йөрәктәр асыҡ булғанда, һүҙһеҙ ҙә аңлаша кешеләр. Миңә дуҫлыҡ балаҫын һуғып бөтөрөп, район хакимиәте башлығына тапшырыу йөкмәтелде. Ер аяғы ер башынан килгән ҡунаҡтарға аҫыл кәсебебеҙҙе күрһәтеүем өсөн иҫ киткес бәхетлемен, – тип тәьҫораттары менән бүлешәсәк һуңынан билдәле балаҫ һуғыу оҫтаһы Минзилә Муллағолова.

Был көндә сит ил вәкилдәрен ғәжәп иткән күренештәр күп булды: ишек алдынан башлап, эске биҙәлешенә тиклем милли көнкүрешебеҙҙе һынландырған береһенән-береһе күркәм тирмәләр, йөҙ төрлө милли ниғмәттән һығылған табындар, күҙ алдында ҡымыҙ бейәләрен һауып, данлы эсемлегебеҙҙе бешеү, һаумал ғына ҡымыҙ менән һыйланыуҙар...

«Берҙәмлек» фестивале быйыл ун бишенсе тапҡыр ойошторола, ошо ваҡыт эсендә ул етмешләп илдең таланттарын берләштергән. Мең ырыуы илендә фестиваль артистары ҡатнашлығында үткән һабантуй берҙәмлек байрамына әйләнде. Ә тиҫтәләрсә ҡул йылыһы күскән дуҫлыҡ балаҫы, араларға өҙөлмәҫ юл һалып, уларҙы йәнә һәм йәнә бәрәкәтле Әлшәй еренә әйҙәр.

Альмира Кирәева.
Александр Данилов фотолары.
Әлшәй районы.

Читайте нас: