Әлшәй хәбәрҙәре
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
20 Февраль 2019, 16:38

Рәзилә Ғәрифуллинаның “Ебәк юлы”

Иҙәндә - ҡулдан һуғылған сепрәк балаҫ, түр яҡта ҙур һәм кейеҙ, уның өҫтөндә һәм карауаттарҙа – күҙҙең яуын алырлыҡ сағыу төҫтәр менән аҫаланған балаҫтар, бүрәнә стенала ла шундай уҡ туҡылған матур биҙәкле келәм...

Ҡайһыбыҙҙың бала сағы ҡул эшенә маһир әсәй-өләсәйҙәребеҙ шулай матур итеп биҙәгән өйҙә үтмәне икән? Шуныһы ҡыуаныслы, онотолоп барған боронғо туҡыу сәнғәте бөгөн йәнә тергеҙелә башланы. Күптәр, үҙ теләге менән туҡыу станогы артына ултыра, кәсепкә йәштәрҙе лә өйрәтә. Ә инде был эште бөтә күңелен һалып башҡарған оҫталар уңған ҡатынүҡыҙҙарыбыҙ данын республикабыҙҙан ситкә лә тарата.
Үткән йәй. Чебоксар ҡалаһы. Бында “Русь мастеровая” тип аталған декоратив-ҡулланма сәнғәт оҫталарының традицион конкурсына илебеҙҙең күп төбәктәренән алтмыштан ашыу оҫта йыйылған. Сарала Башҡортостандан Рәзилә Ғәрифуллина ҡатнаша. Конкурс шарттары буйынса һигеҙ сәғәт эсендә, бирелгән темаға үҙ ижад емешеңде тәҡдим итергә кәрәк. Асыҡ һауала, ал-ялһыҙ, халыҡ сәнғәтенә мөкиббән бихисап тамашасылар, профессиональ жюри күҙәтеүе аҫтында... Хаталанырға ярамай, ваҡыт бик сикле. Һөҙөмтәлә көн дауамында кәзә мамығынан метрға метр ҙурлығында ап-аҡ мамыҡ шәл туҡыла һәм был эше өсөн Бөрө ҡалаһынан Рәзилә Вәкил ҡыҙына беренсе урын бирелә.
Районыбыҙҙың күпселек ҡул эше оҫталары Рәзилә ханым тураһында яҡшы хәбәрҙар, ә бына уның беҙҙең яҡташыбыҙ икәнен белмәүселәр ҙә барҙыр. Эйе, бөтә Рәсәй күләмендә ҙур еңеү яулаған туҡыусы – балаҫ һуғыусылары менән дан тотҡан Әлшәй районы ҡыҙы. Ул Торонтайыш ауылында Рәсимә һәм Вәкил Ғәлиевтарҙың биш балалы ғаиләһендә тыуып үҫә. Мәктәпте тамамлағандан һуң, Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетында белем ала, ғаилә ҡора. Тормош иптәше менән ғүмерҙәрен армия хеҙмәтенә арнай улар. Польшала, Чехословакияла, ун биш йыллап Байконурҙа хеҙмәт һалалар. Бер ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Отставкаға сыҡҡас, Ғарифуллиндар Бөрө ҡалаһында төпләнә. Үҙ һөнәрендә ҙур уңыштарға өлгәшкән, филология фәндәре кандидаты дәрәжеһенә күтәрелгән, әммә ҡул эшен бер ҡасан да ташламаған тынғыһыҙ Рәзилә Вәкил ҡыҙы, үҙе кеүек энтузиастарҙы йыйып, ҡалалағы тарихи музей эргәһендә “Ебәк юл” тип аталған туҡыусылыҡ үҙәге аса. Бына дүртенсе йыл инде улар бында билбау, шәл, балаҫ кеүек бик күп төрлө үҙенсәлекле әйберҙәр туҡыу менән шөғөлләнә. Теләге булғандарҙы ошо боронғо кәсепкә бушлай өйрәтәләр ҙә әле. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙәккә халыҡ исеме бирелә һәм уның даны тирә-яҡҡа тарала – Бөрөгә был боронғо кәсепкә өйрәнеү өсөн республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән генә түгел, башҡа өлкәләрҙән дә килә башлайҙар. Яҡташыбыҙ, үҙәк етәксеһе үҙе 50-нән ашыу туҡыу техникаһы төрөн белә һәм белемен башҡалар менән дә бик теләп уртаҡлаша.
- Шуныһы ҡыуаныслы, был һөнәр йәштәргә лә оҡшай, балалар ҙа беҙгә ҙур теләк менән йөрөй, - ти Рәзилә Вәкил ҡыҙы. – Туҡыу станогы артында эшләү тынысландыра, түҙемлелек тәрбиәләй, ҡулдарҙың моторикаһын үҫтерә, шуға ла дауаханаларҙа, һаулыҡ торошо буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән дә эшләйбеҙ, уларға станоктар бүләк итәбеҙ.
Ғәҙәттә ҡул эше нескәлектәре ғаиләлә быуындан-быуынға тапшырылып килә. Рәзилә ханымдың 100 йәшкә етеп баҡыйлыҡҡа күскән өләсәһе Ҡәнифә Мусина ла тирә-яҡҡа билдәле балаҫ аҫалаусы булған. Диндар, Ҡөрьәнде яттан белгән инәй, ейәнсәрен станок артында эшләргә генә түгел, аят-доғалар уҡырға ла өйрәтә.
- Йәш барған һайын өләсәйемдең эшһөйәрлегенә, сабырлығына, уңғанлығына хайран ҡалам. Күҙ нурын бөтөрөп, төндәр буйы һуҡҡан балаҫтарын ғаиләһен туйҙырыу өсөн осһоҙ ғына ғына хаҡҡа һатырға, аҙыҡ-түлеккә алмаштырырға тура килгән бит уға, - тип әсенеп иҫкә ала әңгәмәсем ҡәҙерле кешеһен. – Чебоксарҙа конкурс ваҡытында өләсәйемдең йөҙө күҙ алдымдан китмәне. “Өләсәйем мотлаҡ булдырыр ине, мин дә бирешмәҫкә тейеш!” - тип үҙ-үҙемә маҡсат ҡуйҙым.
Әйткәндәй, үҙәккә лә беҙ бындай исемде юҡҡа ғына һайламаныҡ, сөнки Ҡәнифә боронғо төрөк теленән “ебәк юлы” тип тәржемә ителә, - ти данлыҡлы туҡыусы.
Миңә оҫтаның Рәсәй күләмендә еңеү килтергән шәлен ҡулыма алыу бәхете тейҙе. Ҙур булыуына ҡарамаҫтан, иҫ киткес еңел, зауыҡлы туҡымаға, әйтерһең дә, хужабикәнең бар күңел йылыһы һалынған.
- Элек ҡышын ат менән күрше ауылдарға ҡунаҡҡа йөрөгәндә ҡатын-ҡыҙҙар өшөмәҫ өсөн кәзә мамығынан бына ошондай шәлдәр ябынған да инде, - тип аңлата туҡылған әйберҙәрҙең данын ҡайтарыуҙы бурысы итеп ҡуйған Рәзилә Вәкил ҡыҙы.
Шул уҡ эше өсөн ул былтыр көҙ “Башҡорт шәле-2018” республика фестиваль-конкурсы лауреаты дипломы менән дә бүләкләнгән.
- Халыҡ кәсептәрен үҫтереүгә үҙ өлөшөмдө индерә алыуым менән бәхетлемен. Шулай уҡ ҡул эшенә маһир райондаштарым, ауылдаштарым менән сикһеҙ ғорурланам, - ти ҡабатланмаҫ сәнғәт өлгөләре тыуҙырыусы, ҡайҙа ғына бармаһын, үҙен Әлшәй ҡыҙы тип таныштырыусы талантлы яҡташыбыҙ Рәзилә Вәкил ҡыҙы Ғәрифулина.
Күптән түгел “Деловой мир Башкортостана” гәзите редакцияһы “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына ҡаҙаныштар йылъяҙмаһы” тип аталған китап баҫтырып сығарҙы. Был ҙур сағыу энциклопедияла Рәзилә Ғәрифуллина етәкселегендәге “Ебәк юл” халыҡ туҡыусылыҡ үҙәге хаҡында ла бәйән ителгән.
Читайте нас: