Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
14 Февраль 2019, 16:22

Фәнил Шәймөхәмәтов – яратҡан рәссамыбыҙ

Өфөлә “Башҡортостандың яратҡан рәссамдары” проектының төп художество наградаһын тапшырыу тантанаһы булды.

Башҡортостан рәссамдары ижадын популярлаштырыуға һәм уларҙың Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә лә танылыу алыуына йүнәлтелгән акция 2017 йылда башланғайны. Сайттың онлайн галереяһында бөгөн бөтәһе 1300 рәссам, скульптор, фотограф һәм декоратив-ҡулланма сәнғәт оҫталарының 7000-дән ашыу эше тупланған. Проект сайтын Рәсәйҙән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән 2 миллиондан ашыу кеше ҡараған.

Материалдар нигеҙендә Наил Мәхмүтовтың китабы баҫтырып сығарылған, унда 2017 йылғы халыҡ рейтингы йомғаҡтары буйынса иң популяр 50 рәссам ингән. Финалға сығыусылар һәм проект партнерҙарының исемдәре яҙылған флаг тантаналы рәүештә Рәсәй космонавтары отряды һәм Рус география йәмғиәте ярҙамы менән Ерҙең иң алыҫ нөктәһе – Төньяҡ полюсҡа ҡуйылды. Башҡортостан рәссамдарына ярҙам йөҙөнән республиканың 40 районы буйлап киң билдәле рәссамдар һәм башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында махсус тур ойошторолдо. Шуныһы ҡыуаныслы, 2018 йылғы тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса “Башҡортостандың яратҡан рәссамдары” конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһында лауреаттар араһында яҡташыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Фәнил Шәймөхәмәтов та бар. Ул “Оҫталар” номинацияһында иң яратҡан рәссам тип табылды.

- Был проектта ҡатнашҡан һәм республикабыҙ рәссамдары өсөн тауыш биргәндәрҙең барыһына ла сикһеҙ рәхмәтлемен. Минең өсөн бик күп яҡташтарымдың тауыш биреүен дә беләм, уларға ла ысын күңелдән рәхмәт белдерәм. Еңеүемде һеҙгә, әлшәйҙәр, тыуған яғыма һәм һөйөклө Башҡортостаныбыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейына арнайым, - ти Фәнил Сафуан улы.

Фәнил Шәймөхәмәтов – Рәсәй рәссамдары союзы ағзаһы, бик күп республика, бөтә Рәсәй, халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнашҡан һәм художество конкурстарында лауреат булған. Уның бөтә картиналарында Тыуған илгә сикһеҙ һөйөү, тыуған яҡ һәм унда йәшәүселәрҙең матурлығына дан йырлау сағыла. Башҡорт яугирҙәре тормошон һүрәтләүсе киң танылған “Төньяҡ амурҙары” серияһына, шулай уҡ “Салауат юлы” тип аталған төҫлө линогравюралар циклына һоҡланмаған кеше юҡ.

Читайте нас: