Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
17 Декабрь 2018, 13:25

Туҡтауһыҙ эҙләнеүҙәр юлында

Әмир Муллағәли улы Әхмәҙиев 70 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй

Комсомол етәксеһе. Аграрсы. Район башлығы. Банкир. Ғалим. Педагог. Бөтә был һөнәрҙәр – яҡташыбыҙ, профессор, иҡтисади фәндәр докторы, республиканың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, Әлшәй районының почетлы гражданины Әмир Әхмәҙиевтың тормош юлын сағылдыра.

Ул күп балалы ябай эшселәр ғаиләһендә тыуып үҫә, унда һигеҙ бала тәрбиәләнә. Бала сағы, үҫмер йылдары тиҫтерҙәренекенән бер нимә менән дә айырылмай. Хеҙмәт эшмәкәрлеген балта оҫтаһы булып башлай. 18 йәшендә комсомол путевкаһы буйынса төҙөлөш эштәренә, Өфө ҡалаһының 21-се тресына ебәрелә. Артабан Өфөнөң “Синтезспирт” заводы машинисы, өлкән машинисы булып эшләй. Егеттең лидерлыҡ, яуаплылыҡ һәм маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ кеүек һыҙаттары Башҡортостан ауыл хужалығы институтында уҡыған йылдарында асыла. Фәнни, студент һәм йәмәғәт тормошо активисын тиҙҙән институттың комсомол комитеты секретары урынбаҫары итеп һайлайҙар. Ә инде бер ни тиклем ваҡыттан һуң егет тыуған районында комсомол етәксеһе – КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты тәҡдиме буйынса ВЛКСМ-дың Әлшәй район комитеты беренсе секретары итеп һайлана. Ошо уҡ йылдарҙа ул ВЛКСМ өлкә комитетының ревизия комиссияһы рәйесе була.

Әлшәйҙә эшләү йылдары - Әмир Муллағәли улының биографияһында иң сағыу осор. Ул үҙен комсомол, партия органдарының ысын лидеры итеп кенә түгел, “Родина” колхозы, унан инде “Яңы Раевка” совхозы етәксеһе итеп тәғәйенләнгәс, бына тигән хужалыҡсы-аграрсы итеп тә күрһәтә. Әхмәҙиев етәкселек иткән ауыл хужалығы предприятиелары бөтә республикала алдынғылар иҫәбенә инә. Йәш, грамоталы етәксе туҡтауһыҙ эҙләнеп, производствоны ойоштороуҙың яңы алымдарын индерә, алдынғы агротехниканы ҡуллана, ауылды үҫтереүҙең социаль йүнәлештәренә даими иғтибар бүлә.

Уның ойоштороу һәләте һәм һөнәри оҫталығы иғтибарҙан ситтә ҡалмай. 1985 йылда Ә. М. Әхмәҙиев республиканың ит малсылығы ассоциацияһы президенты итеп һайлана. Уның инициативаһы менән малсылыҡты ит һәм һөт тармаҡтарына бүлеү буйынса ҙур эш атҡарыла, тармаҡ предприятиелары, фән вәкилдәре менән төбәк-ара һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек булдырыла. Районға юғары продуктлы тоҡомло мал ҡайтартыла, илебеҙҙең бөтә төбәктәренән тәжрибә уртаҡлашыу өсөн Әлшәй малсыларына киләләр, төрлө семинарҙар, шул иҫәптән “Яңы Раевка” совхозында бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙғарыла.

Үҙгәртеп ҡороу, илебеҙҙе тамырынан яңыртыу йылдарында Әхмәҙиев йәнә сәйәси өлкәгә йәлеп ителә. 1988-1995 йылдарҙа ул КПСС-тың Әлшәй район комитетына етәкселек итә, район Советының башҡарма комитеты рәйесе һәм район хакимиәте башлығы булып эшләй.

Идара итеү механизмының төрлө звеноларындағы эш тәжрибәһен ул илебеҙ баҙар мөнәсәбәттәренә күскән ҡатмарлы осорҙа әүҙем файҙалана. “Башкирия” агропромбанкы идаралығы рәйесе вазифаһында өс йыл эшләп, ул уны банкротлыҡтан ҡотҡара. Әйткәндәй, банк бурыстар менән тулыһынса иҫәпләшеп һәм ыңғай капитал туплап ҡына ҡалмай, илдең иң ҙур йөҙ финанс учреждениелары иҫәбенә инә.

Әмир Муллағәли улының бөтә хеҙмәт биографияһы теория һәм практиканың тығыҙ бәйләнешен, яңы идеялар һәм эш алымдарын ҡулланыуға индереүҙе сағылдыра. Идара итеү тәжрибәһе, шәхси сифаттары һәм эш стиле уға, ниндәй генә вазифа биләүенә ҡарамаҫтан, уңышҡа өлгәшергә ярҙам итә. Уның тырыш хеҙмәте республиканың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, Әлшәй районының почетлы гражданины тигән маҡтаулы исемдәр, бихисап почет грамоталары менән баһалана. Улар араһында Рәсәй Президентының Рәхмәт хаты ла бар.

Иҡтисади фәндәр кандидаты булараҡ, 90-сы йылдар аҙағында Ә. М. Әхмәҙиев үҙен тулыһынса фәнни-педагогик эшмәкәрлеккә арнай. Үҙәк банк ойошторған Рәсәй эшлекле даирәләренең әйҙәүсе баҫмаларының береһе – “Банковское дело в Москве” журналы баш мөхәррире урынбаҫары – төбәк банктары буйынса консультант булып хеҙмәт һала, Өфөлә РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты филиалы директоры урынбаҫары, ошо уҡ уҡыу йортоноң “Финанстар һәм кредит” кафедраһы профессоры, БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһының инновацион иҡтисад кафедраһы профессоры була.

Бөгөн Әмир Муллағәли улы - иҡтисади фәндәр докторы, Башҡорт дәүләт университетының инновацион иҡтисад кафедраһы профессоры, Халыҡ-ара аграр белем биреү академияһы академигы. Ул 250-нән ашыу мәҡәлә, уларҙың 100-гә яҡыны – фәнни һәм уҡыу-методика эштәре, шул иҫәптән ауыл хужалығы һәм банк эшмәкәрлеге йүнәлештәрен дә индереп, төрлө инновацион-инвестицион темаларға монографиялар, брошюралар һәм уҡыу әсбаптары баҫтырып сығарған.

Әхмәҙиевтың һөнәри эшмәкәрлеге һәр ваҡыт йәмәғәт эштәренән айырылғыһыҙ булды. Яҡташыбыҙ райондың, республиканың һәм илебеҙҙең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. ВЛКСМ-дың XVIII cъезы, КПСС-тың XXVIII cъезы делегаты, республиканың Юғары Советы, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы депутаты, 23 йыл дауамында Әлшәй район Советы депутаты. Әмир Муллағәли улы бөгөн дә әлшәйҙәрҙең көтөп алған ҡунағы. Ул район тантаналарында, яҡташтар осрашыуҙарында, ауыл юбилейҙарына арналған сараларҙа ҙур теләк менән ҡатнаша. Сөнки тормошо тыуған ере менән тығыҙ бәйле шәхес өсөн бергә үҫкән, уҡыған, ҙур уңыштар һәм фән үрҙәрен яулап, тынғыһыҙ эҙләнеүҙәр һәм асыштар менән тулы хеҙмәт юлын башлаған яҡташтары менән осрашыуҙан да мөһимерәк ваҡиға юҡтыр ул.

Үҙ хәбәрсебеҙ.
Читайте нас: