Әлшәй хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
22 Ноябрь 2018, 14:09

Зәңгәр Өстүбә иленә дан йырлаусы

Ошо көндәрҙә Шамил Анаҡ псевдонимы менән әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш билдәле шағир, яҡташыбыҙ Шамил Мәхмүтовҡа 90 йәш тулған булыр ине.

Шамил Ғүмәр улы 1928 йылдың 25 ноябрендә Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантонының (хәҙерге Әлшәй районының) Әбдрәшит ауылында тыуған.

Ә далала.. Өс усаҡтай яна таңда

Зәңгәр өс түбә – Өс Сусағым,

ҡаршы ала мине иртәләрен

аҡ ҡайындар йәйеп ҡосағын...

тип яҙа ул бала сағы үткән тыуған төйәге тураһында.

1945 йылда Шамил Анаҡ (уның атаһы һәм өлкән ағаһы һуғышта һәләк була) - Дәүләкән педагогия училищеһын, ә 1950 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. 1950-1957 йылдарҙа буласаҡ шағир ошо уҡ уҡыу йортоноң аспирантураһында уҡый. Артабан М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтында уҡыта, уға өлкән уҡытыусы исеме бирелә. 1957 йылда Муса Йәлил әҫәрҙәрен чех теленә тәржемә итеү өсөн Чехословакияға саҡырыла. Ошо сәфәрҙән алынған тәьҫораттарын ул “Европа уртаһынан репортаж” һәм “Прага дәфтәре” шиғырҙар циклында сағылдыра, улар РСФСР Яҙыусылар союзының юғары баһаһына лайыҡ була. “Европа уртаһынан репортаж” 1963 йылда башҡорт телендә айырым китап булып донъя күрә.

Шамил Анаҡ тәүгеләрҙән булып башҡорт шиғриәтенә ирекле шиғыр ритмдарын (верлибр) алып килә. Уның шиғырҙары эстон, грузин, белорус, ҡырғыҙ, чех, словак һәм болғар телдәрендә баҫылып сыға. Уның ергә, икмәккә, һабанға, йорт усағына һәм башҡа күп кенә ябай әйберҙәргә мәҙхиәләре тормош, фиҙакәр хеҙмәт гимны булып яңғырай.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Әлшәй районының почетлы гражданины, талантлы шағир һәм тәржемәсе Шамил Ғүмәр улы Мәхмүтов баш ҡала тормошон әсе әрем еҫле тыуған төйәгенә алыштыра. Бында ла ул шағирҙар Арсений Тарковский, Мостай Кәрим, Назим Хикмәт, Ренат Харисов, яҙыусылар Яков Садовский, Ғәзим Шафиҡов менән әүҙем ижади бәйләнеш тота, “Дружба народов”, “Татарстан” журналдары һәм башҡа баҫмалар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, райондың йәмәғәт һәм мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша.

Мәскәүҙән ҡайтҡандан һуң Шамил Анаҡ тыуған халҡы менән бергә тағы ла 45 йыл ғүмер итә, кендек ҡаны тамған тыуған ерен ғәзиз әсәһеләй күреп, бик күп әҫәрҙәрен “зәңгәр Өстүбә иленә” бағышлай.

Зәңгәр Өстүбә иле...Ата-бабаларым тупрағы, минең тыуған яғым, иркен дала киңлектәре...Зәңгәр Өстүбә иле минең өсөн ғүмерем буйы рухи символ булды: мин дә өс бейеклеккә ынтылдым – белем эҙләнем, шиғриәт бейеклектәренә үрләнем һәм һөйҙөм, тип яҙа ул.

Шамил Ғүмәр улы 77 йәшендә 2005 йылдың 21 октябрендә вафат була һәм Раевка ҡасабаһында ерләнә. Ул үҙенән һуң ике тиҫтәгә яҡын китап һәм замандаштары күңелендә яҡты эҙ ҡалдырып китте.

Читайте нас: