Эйе, уның бөтә ғүмере тыуған төйәге, күңеленә яҡын Никифар ауылы менән тығыҙ бәйле. Әлшәйҙең хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Никифар ауылында донъяға килеп, балалыҡ һәм йәшлек йылдары ошонда үтә. Үҙенең яҙмышын, буласаҡ тормош иптәшен дә Никифарҙа осрата Азат Миңлеғәли улы. Хәҙер бына ярты быуаттан ашыу ҡулға-ҡул тотоноп, ике ҡыҙҙарының һәм ейәнсәрҙәренең уңыштарына ҡыуанып, татыу ғүмер кисерә улар. Бөтмәҫ мәшәҡәттәргә бай тынғыһыҙ хеҙмәт йылдарында тап ошонда шәхес, етәксе булараҡ формалаша һәм ғүмер көҙөн - яҡташтарының сикһеҙ рәхмәте һәм тәрән ихтирамы менән һуғарылған, йомарт һәм күркәм ғүмер байрамын дә тыуған Никифар ауылында ҡаршылай Азат ағай.
“Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул”, ти халыҡ мәҡәлендә. Был тап уның тураһында әйтелгәндер ул. Ишле ғаиләлә тыуған малай кесе йәштән крәҫтиән хеҙмәтен татып үҫә. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән атаһы өлкән ағаһы менән фронтҡа китә, әммә уларға яу яланынан әйләнеп ҡайтырға насип булмай. Әсәһе балаларын яңғыҙы аяҡҡа баҫтыра. Армияла хеҙмәт иткәндән һуң, Азат колхоз баҫыуына эшкә сыға. Тәүҙә тракторсы, һуңынан шофер булып эшләй. Бала саҡтан ер эшенә күнеккән, техникаға битараф булмаған егет, ауыл хужалығын артабан үҫтереү өсөн квалификациялы кадрҙар кәрәклеген аңлап, Бәләбәйҙәге ауыл хужалығын механикалаштырыу һәм электрлаштырыу техникумына уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлағас, дипломлы йәш белгес колхозға ҡайта һәм трактор бригадаһына етәкселек итә.
Ниндәй генә эшкә тотонмаһын, Азат Миңлеғәли улы үҙ бурысына яуаплы ҡарай һәм эшен намыҫлы башҡара. Шуға ла “Правда” колхозының партия комитеты секретарын район ауыл хужалығы идаралығы етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләүҙәренә ғәжәпләнергә лә түгел. Әммә йәне-тәне менән Никифар еренә береккән Ғәниев һандуғастар төбәге булған ауылынан, уның саф һауалы тын иртәләренән, мул уңышлы иген баҫыуына илткән таныш һуҡмаҡтарҙан, ауылдаштарынан башҡа тормошон күҙ алдына ла килтерә алмай. Ике йылдан һуң, легендар колхоз рәйесе Ә. Ә. Зиннәтуллин хаҡлы ялға киткәс, “Правда”ға эшкә ҡайта.
Азат Миңлеғәли улы районда ғына түгел тирә-яҡта алдынғы колхоздарҙың береһе булған, юғары уңыштары менән даны бөтә республикаға таралған был колхозға егерме йыл етәкселек итә. Ул эшләгән дәүерҙә төҙөлөш киң ҡолас ала – производство биналары, социаль-мәҙәни объекттар, баҫыу һәм ферма эшсәндәре өсөн торлаҡ йорттар төҙөлә, ауылдар төҙөкләндерелә. Етәксе производство күрһәткестәре генә түгел, колхозсыларҙың да тормошо күтәрелһен, ауылда йә шәү сифаты яҡшырһын өсөн ҡулынан килгәндең бөтәһен дә эшләй. Ә бит хужалыҡта бер генә ауыл булмаған. Уларҙың һәр береһендә юлдар һалыу, һыу менән тәьмин итеү, газ индереү мәсьәләләрен хәл итергә кәрәк. Дим йылғаһы аша газ үткәргес төҙөүгә ирешкән никифарҙарҙың тырышлығы арҡаһында күрше Ғәйнәямаҡ һәм башҡа ауылдарҙа йәшәүселәрҙең дә йорттарына зәңгәр яғыулыҡ килә. Колхозсылар өсөн 80 фатир (ә был үҙе ике урам) төҙөлә. Хужалыҡ шәхси торлаҡ төҙөүселәргә лә ярҙам итә, Урал аръяғы райондарынан буралар ҡайтартыу өсөн бушлай транспорт бүленә. “Правда” колхозы етәкселеге хатта ундағы хужалыҡтарҙың береһе менән дуҫтарса мөнәсәбәт урынлаштыра, килешеү буйынса бүрәнә өсөн орлоҡ, фураж һәм башҡа тауарҙар оҙата. Хеҙмәт эйәләренең лайыҡлы эш хаҡы алыуы тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Шуға ла ул йылдарҙа колхозда кадрҙарға бәйле ҡытлыҡ булмай – һәр кем үҙ эшенең ҡәҙерен белеп, ярыштар ойоштороп, намыҫ менән хеҙмәт һала.
Никифар ауылы тиҙҙән бейек йорттары, таҙа урамдары, һоҡланғыс производство биналары, балалар баҡсаһы, ҡеүәтле участка дауаханаһы булған иң матур һәм иң төҙөк ауылдарҙың береһе булып китә һәм бында килгән һәр кемдә ул йылы тәьҫораттар ҡалдыра. Ҡунаҡтарҙы иң элек бер сменала 75 кешене ҡабул итә алған амбулаторияһы һәм 50 койка-урынлыҡ стационары булған, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған участка дауаханаһы һоҡландыра. Был бина бик ҡыҫҡа ваҡыт – бер йыл эсендә “Правда” колхозы рәйесе А. М. Ғәниев инициативаһы менән төҙөлә. Ә 1988 йылда Азат Миңлеғәли улы Мәскәүгә табиптарҙың I Бөтә Союз съезына саҡырыла. Ул унда медицина өлкәһендә эшләмәгән, ауылдаштарын сифатлы медицина хеҙмәтләндереүе менән тәьмин итеү өсөн яңы дауахана бинаһы төҙөгән берҙән-бер делегат була.
Ғәниевтың уңыштары тураһында һөйләгәндә уның тормош юлдашы, 1969 йылдан алып, медицина институтын тамамлағандан һуң Никифар участка дауаханаһына етәкселек иткән Клара Мөхәмәтхужа ҡыҙының роле хаҡында ла әйтеп үтмәү мөмкин түгел, әйткәндәй ул бөгөн дә ошо вазифаһында хеҙмәт һала. Был йылдар арауығында баш табип яҡташтары өсөн ҡулынан килгәндең бөтәһен дә эшләй. Уның иң ҙур ҡаҙаныштарының береһе – республикала тәүгеләрҙән булып галокамераны ҡулланыуға индереү, бында тын юлдары ауырыуҙары менән яфаланған пациенттарҙы дауалау өсөн тоҙ шахтаһы булдырыла. К. М. Ғәниева етәкселек иткән дауахана һәр ваҡыт алдынғылар сафында була, унда дауаланған кешеләр һәр ваҡыт һауығып, ҡәнәғәт булып ҡайтып китә. Ғәниевтарҙың ике ҡыҙы ла әсәләре юлын һайлаған, был да уларҙың ғаиләһендә табип һөнәренең абруйы тураһында һөйләй. Ләйсән – табип-эндоскопист, Ида – табип-аллерголог, икеһе лә Өфөлә йәшәй һәм эшләй. Улар “Йылдың иң яҡшы табибы” исеменә һәм “Алтын эскулап” статуэткаларына лайыҡ булған. Ғәниевтарҙың берҙән-бер ейәнсәре, медицина университетында уҡыусы Эльзаның да тиҙҙән табип буласағы бер кемде лә ғәжәпләндермәҫ, тип уйлайым.
Йылғалар, туған ер ҡуйынынан бәреп сығып, яҙмыш билдәләгән тарафҡа юл ала. Шуның кеүек кешене лә яҙмыш һәм уңың теләк-маҡсаттары тормош буйлап алып бара. Ә Азат Миңлеғәли улын ғүмер юлында ниндәй ынтылыштар әйҙәгән һуң? Райондың почетлы гражданины, республиканың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, халыҡ мәғарифы отличнигы, “Почет билдәһе” ордены кавалеры, бөгөн үҙенең 80 йәшлек күркәм юбилейын билдәләүсе ир-уҙаман, һәр төбәге атай йорто кеүек ҡәҙерле булған туған ереңдә эшләү ҙур ҡәнәғәтлек килтерә, ә уңыштар яңынан-яңы ҡаҙаныштарға илһамландырып, күңелгә дәрт-дарман, йәшәү көсө өҫтәй, ти.