Миңлегөл Байғужа ҡыҙы 1946 йылда Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға килә. Бала саҡтан бик зирәк була ул. Заманы өсөн уҡымышлы атаһы менән алдынғы ҡарашлы әсәһе, теле асылыр-асылмаҫтан Ҡөрьән китабын ҡултығына ҡыҫтырып, “Мин Киреева – учитель”, – тип башҡа балаларҙы уҡырға өндәп йөрөгән ҡыҙыҡайҙың киләсәктә мотлаҡ уҡытыусы булырына ышана һәм VIII класҡа республиканың 1-се интернат-мәктәбенә уҡырға ебәрә. Һәр нәмәне еренә еткереп эшләп өйрәнгән Миңлегөл бында ла һынатмай, 1963 йылда мәктәпте яҡшы билдәләргә генә тамамлап, Башҡорт дәүләт университетының физика факультетына уҡырға инә. 1968 йылда уҡыуын уңышлы тамамлаған йәш белгесте, дәүләт аттестация комиссияһы ҡарары буйынса теория һәм эксперименталь физика (ТЭФ) кафедраһына ассистент итеп эшкә ҡалдыралар. Ошо көндән башлап буласаҡ ғалимә үҙенең бар көсөн, белемен юғары квалификациялы математиктар, физиктар, инженерҙар тәрбиәләүгә арнай.
Беҙҙең йәмғиәттә, ни өсөндөр, физиканы өйрәнеү – ҡатын-ҡыҙ эше түгел тигән ҡараш йәшәй, әммә был һис кенә лә Миңлегөл Байғужа ҡыҙына ҡағылмай, үҙенең эшһөйәрлеге, зирәклеге менән ир-егеттәрҙе лә уҙҙыра ул. Бер нисә йыл Өфө дәүләт авиация техник университетында уҡытҡандан һуң йәнә БДУ-ға ҡайтып, сирек быуаттан ашыу математика һәм физика факультеты студенттарына лекциялар уҡый, фәнни-тикшеренеү эштәре алып бара, абитуриенттар һәм студенттар өсөн бик күп уҡыу ҡулланмалары, уҡыу әсбаптары, төрлө тестар, практикумдар, лаборатор эштәр өсөн методик күрһәтмәләр әҙерләй.
Ғалимәнең фәнни-тикшеренеү эштәренең һөҙөмтәләре ҡаты мәтдәләр һәм уларҙың торошон өйрәнеүсе төрлө институттарҙа, квантлы физика, спектроскопия, квантлы электродинамикала киң ҡулланыла, улар Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә танылыу таба. Миңлегөл Байғужа ҡыҙы Мәскәү дәүләт университеты, Мәскәү инженерлыҡ-физика институты академиктары, ғалимдары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Ул шулай уҡ халыҡ-ара, Рәсәй кимәлендәге фәнни-ғәмәли конференцияларҙа йыш сығыш яһай, ғилми мәҡәләләре илебеҙ баҫмаларында ғына түгел, донъя кимәлендә сыҡҡан фәнни журналдарҙа ла баҫылып тора.
Миңлегөл Сәғәҙәткирәева башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһында иң тәүге фән кандидаты, физика-математика фәндәре докторы, профессор. 2008 йылдан ул БДУ-ның Физика-техник институты һәм Рәсәй Фәндәр академияһының металдарҙың үтә һығылмалылыҡ проблемалары институты профессоры, университеттың баш ғилми хеҙмәткәре вазифаларын атҡара. Ғалимә белем биргән студенттар, уның ярҙамы менән фән үрҙәрен яулаған кандидаттар һәм докторҙар донъяның төрлө төбәктәрендә хеҙмәт итә.
Яҡташыбыҙ шулай уҡ Рәсәй Фәндәр академияһының докторлыҡ диссертацияһы яҡлау буйынса Совет ағзаһы, физика буйынса Рәсәйҙәге тәүге электрон журналдың, даими үткәрелеп торған «Тәбиғи һәм теүәл фәндәрҙең актуаль проблемалары» төбәк-ара фәнни-техник конференцияларҙың редколлегия ағзаһы, Рәсәй Фәндәр академияһы үткәргән халыҡ-ара симпозиумдарҙың (1999-2012 йылдар) секция рәйесе була.
Билдәле ғалимәнең фиҙаҡәр хеҙмәте Хөкүмәтебеҙ тарафынан юғары баһаланды. Уға Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исем бирелде, РФ Мәғариф һәм фән министрлығының, республика Мәғариф министрлығының почет грамоталары, үҫеп килеүсе быуынды рухи-әхлаҡи яҡтан тәрбиәләүҙә күрһәткән хеҙмәте өсөн педагогика өлкәһендәге юғары награда – А. С. Макаренко миҙалы менән бүләкләнде.