Күп йылдар республиканың профсоюз хәрәкәтенә етәкселек иткән данлыҡлы яҡташыбыҙ Әмирхан Сәмерханов ошо аҙнала дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, коллегалары, дуҫтары, туғандары һәм яҡындары менән үҙенең 80 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне.
“Эштә, бигерәк тә профсоюз эшендә һүлпәнлек күрһәтергә ярамай, эшләргә икән, янып эшләргә тейешбеҙ!” – Әмирхан Мирҡәҙәм улының был яратҡан әйтеме уның лидерлыҡ һыҙаттарын ғына асып ҡалмай, төптән уйлап эш итеүсе шәхес булыуын да иҫбатлай. Коллегалары әйтеүенсә, ул һәр ваҡыт әүҙем тормош позицияһына эйә булыуы, һүнмәҫ энергияһы һәм иҫ киткес эшкә һәләтлелеге менән айырылып тора. Ул ҡуйылған маҡсаттарға ирешеүҙә ныҡышмалылығы, зирәклеге, ойоштороу таланты һәм теләһә ниндәй кимәлдә асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙәр алып барыу оҫталығы менән оппоненттары араһында ғына түгел, фекерҙәштәре араһында ла ҙур абруй һәм ихтирам яулаған.
Ул Рәсәйҙең профсоюз хәрәкәтендә республикабыҙ мәнфәғәттәрен лайыҡлы яҡлаусы ысын лидер. Әмирхан Мирҡәҙәм улы профсоюз хәрәкәтендәге утыҙ йылдан ашыу хеҙмәтенең егерме ике йылын Федерация эшенә арнаған. Коллегалары, яҡташтары, дуҫтары һәм яҡындары менән юбилей тантанаһын билдәләгән көндө ул ошо йылдар арауығында – хеҙмәт кешеһенең мәнфәғәттәрен яҡлау осорондағы сағыу һәм иҫтәлекле ваҡиғаларҙы иҫкә алды.
Һәр ваҡыт Республика профсоюздар федерацияһының эше балансланған хеҙмәт баҙарын тәьмин итеү бурыстарын хәл итеүгә, сифатлы эш урындары булдырыуға, хәүефһеҙ хеҙмәт шарттары тыуҙырыуға, социаль диалогты үҫтереүгә, халыҡты социаль яҡлау системаһын киңәйтеүгә, килемдәрҙе үҫтереүгә йүнәлтелә.
- Эшебеҙ һәр ваҡыт шыма ғына барманы: хеҙмәт хаҡы мәсьәләләоен хәл итеү өсөн түрәләр менән бик ныҡ бәхәсләшергә, пикеттар, митингтар ойошторорға тура килде. Ҡуйылған бурыстарға профсоюздарҙың бөтә тырышлығын берләштереү һәм берҙәм эш итеү һөҙөмтәһендә өлгәшә инек, - тип хәтерләй юбиляр.
Эш графигының бик тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, Ә. М. Сәмерханов ҙур йәмәғәт эше лә алып бара. Республиканың Президент Советы, Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы ағзаһы булараҡ, ул даими рәүештә хеҙмәт кешеһенең проблемаларына ҡағылған тәҡдимдәр менән сығыш яһай. Оҙаҡ йылдар балаларҙың ялын ойоштороу комитетына ла етәкселек итә, сөнки тап профсоюздар һәр ваҡыт балалар ялы кураторҙары булып сығыш яһай, ә пионер лагерҙары профсоюздарҙың республика комитеты ҡарамағында була. Райондарға сәфәрҙәрендә ул мәктәптәргә, балалар баҡсаларына, пионер лагерҙарына, дауаханаларға килә. Бер нисә быуын юғары уҡыу йорттары студенттарының яратҡан “Студент яҙы” ла Сәмерханов исеме менән бәйле – ул утыҙ йыл дауамында ошо конкурстың ойоштороу комитеты рәйесе була.
Ябай ауыл егете, ниндәй генә үрҙәр яуламаһын, үҙенең тыуған яғы тураһында ла онотмай. Үрәҙмәттәр уны тура һүҙле, ихлас булыуы һәм һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер тороуы өсөн хөрмәт итә.
- Әмирхан Мирҡәҙәм улы районда, тыуған ауылы Үрәҙмәттә барған бөтә хәл-ваҡиғаларҙы, ауылдаштарын борсоған проблемаларҙы һәр ваҡыт белеп тора, - ти ауыл старостаһы Клара Туҡаева. – Ул ауылдаштары өсөн күп эштәр эшләне. Ә. М. Сәмирхановтың туранан-тура ҡатнашлығы һөҙөмтәһендә оҙаҡ йылдарға һуҙылған ауылға газ индереү эше тамамланды. Шулай уҡ Үрәҙмәттә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Тыуған илен һаҡлап батырҙарса һәләк булған ауылдаштары иҫтәлегенә һәйкәл дә юҡ ине. Әмирхан Мирҡәҙәм улының ярҙамы менән 2006 йылда беҙҙә, ниһайәт, обелиск асылды. Ул зыяратты төҙөкләндереүҙә лә бер нисә тапҡыр ярҙам күрһәтте. Ауылдашыбыҙға ниндәй һорау менән мөрәжәғәт итһәң дә, аҡыллы кәңәше, эше менән дә һәр ваҡыт ярҙам итергә тырышты.
Әмирхан Мирҡәҙәм улы улы 78 йәшенә тиклем ал-ял белмәй халҡына хеҙмәт итте. Унан теремеклегенә, зирәк аҡылына һәм сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуына ҡарап, һоҡланмау мөмкин түгел. Бөгөн иһә уға 80 йәш. Ә ул, элеккесә, әүҙем, тынғыһыҙ, ихлас һәм иртәгәһе көнгә өмөт менән ҡарап йәшәй. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел. Сөнки уның тормош фәлсәфәһе – быҫҡып түгел, йәшнәп йәшәргә!
Әмирхан Мирҡәҙәм улы Сәмерханов. Әлшәй районының Үрәҙмәт ауылында тыуған. Лесгафт исемендәге Дәүләт физик культура институтын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген армиянан ҡайтҡандан һуң физкультура уҡытыусыһы булып башлай, артабан БАССР Мәғариф министрлығының мәктәптәр бүлеге инспекторы булып хеҙмәт һала.
Уның профсоюз эшмәкәрлеге “Буревестник” ирекле спорт йәмғиәтенең Башҡортостан өлкә Советы рәйесе булараҡ башлана. Ете йыл Башоблсовпроф ойошмаһының физкультура һәм спорт бүлеге мөдире, унан һуң республика профсоюздар федерацияһы Советы секретары, Совет рәйесе урынбаҫары булып эшләй. 1994 йылдың июленән 2016 йылдың мартына тиклем Республика профсоюздар федерацияһына етәкселек итә. Республиканың Президент Советы ағзаһы (1994-2010 йылдар) була, РФ Йәмәғәт палатаһы составында (2005-2010) әүҙем эш алып бара. 2016 йылдан – республиканың Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы рәйесе советнигы.
Наградалары: Салауат Юлаев ордены, “Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордены, Башҡортостан Республикаһы Почет грамотаһы, “Профсоюз хәрәкәте алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” көмөш билдәһе, күп һанлы миҙалдар, күкрәккә тағылыусы билдәләр. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. 2008 йылдан - Әлшәй районының почетлы гражданины.
Ғаиләһен – ҡатыны, ике ҡыҙы һәм өс ейәнен тормошонда иң ҙур ҡаҙанышы тип иҫәпләй.