Әлшәй хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөҙйәшәрҙәр
2 Сентябрь 2020, 18:10

Оҫта ҡуллы, алсаҡ йөҙлө Рәхимә инәй

Бәләкәй генә балаҫ бәйләү өсөн генә лә күпме көс, түҙемлек кәрәк, ә Ҡармыш ауылында йәшәүсе Рәхимә Баймөхәмәт ҡыҙы Кирәеваның өйөндә улар бихисап.

Балаҫтар уның йортона үҙенсәлекле милли төҫ бирә, ҡабатланмаҫ биҙәктәр өҫтәй. Күптән түгел уға 86 йәш тулды. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул әле лә теремек, һис кенә лә тик ултырмай. Үҙенең тормошто яратыуы, бер ваҡытта ла күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәүе менән һоҡландыра.

Уның тилбер ҡулдарына күҙ эйәрмәй, сағыу төҫтәге ептәрҙән төрлө әйберҙәр бәйләй ул. Бер-ике көн дә үтмәй, диван өсөн яңы япма әҙер була, тиҙ генә ултырғысҡа япмалар, ҡунаҡ бүлмәһе өсөн бәләкәй балаҫтар ҙа бәйләп ҡуя. Улар тормош иптәше Сәһәрйәр ағай (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул күптән мәрхүм инде) менән ете баланы аяҡҡа баҫтырғандар. Ҡул эштәренә оҫта булғас, ойоҡбаштар, бейәләйҙәр мамыҡ шәл һәм кофталарҙы ғаилә ағзаларына үҙе бәйләп кейҙергән. Элек бәйләү өсөн әҙер ептәр магазинда һатылмаған, кәзә-һарыҡ аҫрап, яҙ көнө мамығын, йөнөн ҡырҡып, үҙҙәре эш итеп шуларҙан бәйләм бәйләгәндәр.

- Бер мамыҡ шәл бәйләү өсөн яҡынса 400 грамм кәзә мамығы кәрәк, -ти Рәхимә Баймөхәмәт ҡыҙы.

Ә шундай шәлдәрҙе ул биш ҡыҙына ла бәйләп бирә. Әле бер ихаталағы күрше йортта кесе ҡыҙы Әлфирә йәшәй, әсәһе тураһында ул хәстәрлек күрә. Башҡа балалары ла алыҫ түгел. Яңыраҡ һөйөклө әсәйҙәрен тыуған көнө менән ҡотларға барыһы ла бергә атай йортона йыйылған.

Рәхимә инәй – Ҡармыш ауылы ҡыҙы, бөтә ғүмере ошонда үткән. Үҙенең нисек донъяға килеүе тураһында ла йылмайып иҫкә ала. Әсәһе, ауырлы саҡта, урманға сейә йыйырға киткән. Тап шунда донъяға ауаз һала ла инде ҡыҙ. Әсәһе үҙе белгәнде ҡыҙына ла өйрәтә, бәйләү оҫталығын да уға тапшыра.

Рәхимә Баймөхәмәт ҡыҙы бер ҡасан да тик ултырмай, һәр ваҡыт хәрәкәттә. Телевизорҙан яратҡан тапшырыуҙарын ҡарай-ҡарай, ейән-ейәнсәрҙәренә ойоҡбаштар бәйләй. Элек һауынсы булып эшләүе һәм ҡул менән һыйыр һауыуына ҡарамаҫтан, ҡулдары әле лә хәрәкәтсән, етеҙ. Бәйләм бәйләү - ҡул һәм бармаҡтарға яҡшы гимнастика шул. Әммә Рәхимә инәй телевизор экраны алдында оҙаҡ ултырмай, баҡсаға сыға, түтәлдәрҙе утай, ҡыҙына аҡыллы кәңәштәрен бирә. Уларҙың баҡсаһында аллы-гөллө сәскәләр күҙҙең яуын алып ултыра. Сәскәләре ихатаһын биҙәһә, бәйләгән балаҫтары, диван, ултырғыс япмалары өйҙәренә ҡабатланмаҫ йәм өҫтәй.

- Бәйләм бәйләүҙең бер мәшәҡәте лә юҡ, - тип йылмая әңгәмәсем. – Төҫтәрҙе һайлау, бәйләгән әйберҙәреңдең кемгәлер шатлыҡ килтереүен күреү күңелгә йыуаныс бирә. Мин бит уларҙы күптәргә бүләк итәм. Яратҡан шөғөлөм шулай тормошома йәм, йәшәүгә көс өҫтәй.

Читайте нас: