Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөҙйәшәрҙәр
24 Август 2020, 12:00

Һикәлтәле тормош юлы буйлап

Аксен ауылында йәшәүсе Анна Степановна Каныгинаға 95 йәш тула.

Анна (ҡыҙ фамилияһы Караулова) Бәләбәй районында донъяға килә. Иген уңмау сәбәпле, аслыҡ башланғас, кешеләр йорттарын ташлап эш эҙләп ситкә сығып китергә мәжбүр була, уларҙың ғаиләһе лә яҡындағы разъезға күсенә. Атаһы Степан Осипович уҡымышлы кеше була,шуға күрә уны тимер юл участкаһының бригадиры итеп тәғәйенләйҙәр. Әсәһе Екатерина (уның атаһының исемен Анна Степановна иҫләмәй, сөнки ул беренсе донъя һуғышында һәләк булған) дин әһеленән уҡырға өйрәнә һәм дини китаптар ғына уҡый, доғаларҙы ла яттан белә, улар ярҙамында ауырыуҙарҙы дауалай. Анна ла әсәһенән доғалар өйрәнә. Ғаиләләре ҙур була: алты малай һәм өс ҡыҙ. Һуңынан атаһын икенсе разъезға күсерәләр, яҡында ғына Мәҡсүт ауылы урынлашҡан була, унда Аня башланғыс мәктәпкә йөрөй. Бында ул дүрт синыф тамамлай, аҙаҡ мәктәп интернатында йәшәп, Аксаковола уҡырға тура килә. Ләкин уҡыуын тамамлап өлгөрмәй – тиф менән ауырып китә. Ике ай дауаханала ята, әммә сирҙе еңеп сыға. Тиҙҙән Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Атаһын тағы ла икенсе урынға – Аксен станцияһына күсерәләр, бында ул тимер юл линияһы мастеры вазифаһын башҡара. Тимер юлы мөһим стратегик объект булып һаналғанлыҡтан, уны фронтҡа ебәрмәйҙәр. Карауловтар ағас баракта йәшәй. Был барак бөгөн дә яҡшы хәлдә, унда әле лә кешеләр йәшәй. Был урын элек ауыл сите булған, бында Вокзал урамынан Совет урамына тимер юл аша сығыу урыны булған. Ағас түшәтмә буйлап арба егелгән аттар йөрөгән. Һыу һыуыртыу башняһы ул саҡта булмаған, һыуҙы ҡаҙылған скважинанан алғандар. Ул бик болғансыҡ, һары төҫтә булған. Аксен ауыл Советы рәйесе Иван Иванович Фомин, хужалыҡ кәрәк-яраҡтары өсөн был һыу яраҡлы, тигән. Ә эсәр һыуҙы шишмәнән ташығандар.

Транспорт урынына егеүле аттар ғына булған. Карауловтар һыйыр аҫраған, ул ҙур ғаиләне аслыҡтан һаҡлап алып ҡалған. Степан Осипович был участкалағы тимер юлында эшләүсе берҙән-бер ир-ат булған. Бөтә ауыр эштәрҙе ҡатын-ҡыҙҙар башҡарған. Шул осорҙа яңы элеватор эшләй башлаған, унда баш бухгалтер Әхмәтриза Камалетдин улы Әҙеһәмов булған, ә Аннаны хисапсы итеп ҡуйғандар. Элеваторға колхоздарҙан аттарҙа иген алып килгәндәр, шунан тимер юлында вагондарға тейәгәндәр. Ашлыҡтың таҙалығын, дымлылығын, шытымлылығын тикшергәндәр. Анна ошо мәғлүмәттәрҙе ҡағыҙға теркәп барған. Һуңғараҡ ул оператив иҫәп бухгалтеры булып китә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда эшләй.

Кирбес заводы тураһында ҡыҙыҡлы тарихты ла мин унан ишеттем. Бында кирбес һәм балсыҡ һауыт-һаба етештергәндәр. Бер көндө атаһы балсыҡ кружка алып ҡайта, балалары уны күреп, тотоп ҡарарға тырыша, сөнки быға тиклем ағас һауыт-һабанан башҡаны күрмәгәндәр.

Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Анна Степановна бик эшлекле һәм әүҙем, ундағы энергияға һоҡланмау мөмкин түгел. Ул яңғыҙы йәшәй, магазинға ла үҙе йөрөй, кәрәк булһа, район үҙәгенә лә сығып китә. Ул яҡшы ишетә, күҙлек тә кеймәй. Йәш сағында ҡул эштәренә өйрәнеү теләге бик көслө була, шуға күрә ауыл магазинында тегеү машинаһын һатып алыу уның өсөн ҙур шатлыҡҡа әйләнә. Ҡыш көндәрендә ул селтәр бәйләргә ярата, уларҙы туғандарына һәм яҡындарына бүләк итә. Ә йәйен баҡсаһында йәшелсә-емеш үҫтерә, хатта ҡош-ҡорт та тота. Өйөндәге тәҙрәләрҙе һәм ишек баштарын боронғоса нағышлап бәйләнгән селтәрҙәр биҙәй. Ошо уҡ ауылда әбейҙең улы менән килене йәшәй, Өфөләге ҡыҙы һәм ейәндәре, бүләләре лә килеп хәлен белеп тора. Ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған күршеләре лә эргәлә. Анна Степановнаға ныҡлы һаулыҡ һәм бәхетле ҡартлыҡ теләргә генә ҡала.

Галина ГЕРАСИМОВА.

Аксен ауылы.

Читайте нас: