Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йөҙйәшәрҙәр
1 Октябрь 2019, 11:59

Изге күңелле ҡәйнәм

Ошо матур көҙгө көндәрҙә ҡәйнәм, күп балалы әсә, һөйөклө өләсәй һәм хеҙмәт ветераны Зәйнәп Гәрәева 95 йәшлек һоҡланғыс юбилейын билдәләне.

Зәйнәп Дәүләкән районының Яңы Аҡҡолай ауылында тыуып үҫә. Йәшлеге дәһшәтле һуғыш йылдарына тура килә. Буйға бәләкәй генә булһа ла, бик уңған, тырыш ҡыҙ була ул. Үҫеп буй еткәс, үҙенең тәүге мөхәббәте Бәләкәй Аҡҡолай егете Исламоратҡа кейәүгә сыға. Ике йәш йөрәктең мөхәббәт емеше булып улдары Марат донъяға килә, артабан бер-бер артлы алты ҡыҙҙары тыуа. Ғаиләләре ишле булғас, мал-тыуарҙы ла күп аҫрайҙар, егергә аттары була, умартасылыҡ менән шөғөлләнәләр. “Бал ашап, эшләп үҫкәс, әллә ни сиргә бирешмәнек, тик аяҡтар ғына ауырта”, - тип көлдөрә ҡәйнәм.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош иптәше бик иртә вафат була, ҡәйнәм 40 йәшендә ете бала менән, кесеһенә бер йәш тә тулмаған, яңғыҙы тороп ҡала. Әммә һынмай-һығылмай, ауырлыҡтарға бирешмәй, сәмләнеп донъя көтә. Үҙе фермала һауынсы булып эшләй, алдынғылар иҫәбендә була, күп тапҡырҙар бүләкләнә. Балалары башланғыс мәктәпте тамамлағас, район үҙәгендә уҡыуҙарын дауам итә. “Мәктәптән ҡайталар ҙа минең эргәмә фермаға киләләр, көстәре етмәһә лә, кемуҙарҙан ярҙам итәләр ине”, - тип хәтерләй бөгөн ҡәйнәм. Ул бөтә балаларын да аяҡҡа баҫтыра, һәр береһенә белем бирергә тырыша. Улы Марат иретеп-йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул хәҙер арабыҙҙа юҡ инде. Ҡыҙы Илүсә педагогия институтын тамамлап, Ишембайҙа хеҙмәт һала, Рәйсә медицина училищеһында уҡый, санэпидемстанцияла эшләп, хаҡлы ялға сыға, Зәйтүнә – Дәүләкән урмансылығы бухгалтерияһында эшләй. Зөлхизә әсәһе кеүек һауынсы була, ә Фрүсә – эшҡыуар, Зилә ауылдарҙан ҡаймаҡ, эремсек йыйып, өфөләрҙе тәьмин итә. “Һәр ҡайһыһының үҙ ғаиләһе, һәр береһе матур итеп донъя көтә, ейәндәрем, бүләләрем килһә, өйгә һыймайҙар, - тип шатлана Зәйнәп Фазыл ҡыҙы.

Тормош һынауҙарынан бөгөлөп төшмәгән, айыҡ аҡыллы, изге күңелле әсә бөгөн ҡыҙҙары тәрбиәһендә. Күпте күргән, күпте кисергән ҡәйнәмә артабан да ныҡлы һаулыҡ, йән тыныслығы, хәйерле ғүмер теләйем.

Рәйсә СОЛТАНОВА.

Иҫке Аҡҡолай ауылы.


Читайте нас: