Әлшәй хәбәрҙәре
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йөҙйәшәрҙәр
15 Май 2018, 11:43

Ил саҡырғас, утлы дауыл аша Еңеү яулап алға барҙы ул!

Шәмсулла Сәйфулла улы Төхвәтов – һуғыштың тәүге көндәренән алып бөйөк Еңеүгә тиклем утлы һуғыш юлын үткән ветерандарҙың береһе.

Һарай ауылы егете һуғыш башланыр алдынан хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Ул сик буйынан алыҫ түгел, Белоруссияның Белосток ҡалаһында хеҙмәт итә. 18 йәшлек ҡыҙыл армеец тәүге дошман самолеттарын 22 июндең кисендә күрә.


Ш. Төхвәтов 152-се гаубица полкы артиллерияһында снаряд ташыусы була. Батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәткәне өсөн орден-миҙалдар менән бүләкләнә. Курск дуғаһындағы ҡот осҡос ҡанлы бәрелештәрҙә ҡатнаша. Смоленск, Воронеж эргәһендә һәм Будапешта барған ҡаты алыштарҙа өс тапҡыр яралана. Еңеү көнөн Австрияла ҡаршылай. 1945 йылдың 12 майында яҡташыбыҙ совет ғәскәрҙәренең союзниктар менән осрашыуында ҡатнаша.

Фронтовик тыуған яғына 1946 йылда әйләнеп ҡайта. Тәүҙә - колхозда, район үҙәгенә күсеп килгәндән һуң, консерва заводында, артабан йылылыҡ селтәрҙәрендә, Пионерҙар йортонда хеҙмәт һала. Пионерҙар йортонда эшләгәндә 2-се мәктәп эргәндәге буш урында спорт майҙансығы төҙөй.

Ветеран һуғышҡа тиклемге һәм һуғыш осоро йырҙарын яҡшы белә, үҙе лә йырлай. Мәктәп уҡыусылары менән йыш осраша һәм уларға һуғыш йылдары, совет һалдаттарының ҡаһарманлығы тураһында һөйләй.

1 майҙа Шәмсулла Сәйфулла улына 95 йәш тулды, уны ошо күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Беҙ – һуғыш уты күрмәгән быуын вәкилдәре, фронтта батырҙарса алышҡан һәм фиҙакәр хеҙмәте менән Еңеүҙе яҡынайтыуға ҙур өлөш индергән яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм уларҙы бер ваҡытта ла онотмаясаҡбыҙ.

Зилә ЙӘЛИЛОВА,

Пионерҙар йорто педагогы.


Читайте нас: