Әлшәй хәбәрҙәре
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йөҙйәшәрҙәр
6 Апрель 2018, 16:56

Тыуған йорт йылыһын тойоп

Ул Покровка ауылында, халыҡ календары буйынса тәүге епшек көндәр башланған Евдокия Весновка көнөндә донъяға килә.

Кис етте, тышта март бураны ҡотора, ә өй эсендә йылы һәм рәхәт. Байдаковка ауылында йәшәүсе Александровтар йортона бөгөн балалары, ейәндәре һәм бүлә-бүләсәләре йыйылды. Табын түрендә яратҡан әсәйҙәре һәм өләсәйҙәре Евдокия Евсеевна ултыра, был көндәрҙә уға 90 йәш тулды!

Ул Покровка ауылында, халыҡ календары буйынса тәүге епшек көндәр башланған Евдокия Весновка көнөндә донъяға килә. Шуға ла уға Евдокия тип исем ҡушалар. Ғаиләлә алты бала үҫә. Һуғыш башланғас, атаһын Мәскәүгә, хеҙмәт армияһына алалар. 1944 йылда әсәләре вафат булғас, балалар олатайҙары менән йәшәй. Эйе, һуғыш йылы балаларына бик күп ауырлыҡтар кисерергә тура килә, улар колхозға ярҙам итә, ҡул менән иген ура, ашлыҡ һуға, лобогрейкала эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар менән бергә арыш көлтәһе бәйләй, ырҙын табағына ат менән иген ташый. Үгеҙ егеп ер ҙә һөрәләр, бесән эҫкертләйҙәр. Төрлә үлән, еләк-емеш йыялар. Ҡул тирмәне менән бойҙай, арпа һәм тары тарталар. Ҡышын ҡатын-ҡыҙҙар йөн иләй, балаҫ һуға, сигеү сигә, бейәләй, ойоҡбаштар бәйләй. Евдокия ла тегергә, бәйләргә, йөн иләргә, икмәк, аш, бутҡа бешерергә өйрәнә.

Һуғыштан һуң атаһы фронттан ҡайта. Ләкин тормош һаман да ауыр була. 1947 йылда ҡоролоҡ арҡаһында ашлыҡ үҫмәй, алабута ашап көн күрәләр. 1948 йылда тормоштары әкренләп яйға һалына, колхозсыларға икмәк тә бирә башлайҙар.

Ул йылдарҙа күп кенә ҡыҙҙар кис ултырып бәйләм бәйләй, киске уйындарға сыға. Евдокия ла буласаҡ тормош иптәше менән күрше ауылда үткән киске уйында осраша. Ә бер аҙнанан һуң Лукьян уға тәҡдим яһай.

Өйләнешкәс, йәштәр тәүҙә Семеновка ауылында, иренең ата-әсәһе менән йәшәй. Лука тракторсы булып эшләй, бер-бер артлы балалары донъяға килә. “12 бала тәрбиәләп үҫтерҙек, ололары бәләкәй туғандарын ҡарарға ярҙамлашты”, - тип иҫкә ала Евдокия Евсеевна.

Семеновкала мәктәп булмағанлыҡтан, улар Байдаковкаға күсеп килеп, йорт һатып алалар, аҙбар, мунса төҙөйҙәр. Евдокия мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләй. Ул йылдарҙа мәктәптә ике сменала 160 уҡыусы белем ала. Александровтарҙың балалары ла тырышып уҡый, ата-әсәһенә йорт эштәрендә лә ярҙам итә.

Евдокия һәр ваҡыт алдынғылар иҫәбендә була. Балаларын өләсәләре ҡарамағына тиҙерәк эшкә сығырға ашыға. Ашнаҡсы булып та эшләй ул, 60-ҡа яҡын механизаторға телде йоторлоҡ, тәмле аш-һыу әҙерләй.

Таң һарыһы менән тороп, мал-тыуарын ҡарай, һыйырҙарын һауа, мейес яға, иртәнге һәм төшкө аш әҙерләй, ирен эшкә оҙата... Йорт-ихатаһы һәр ваҡыт тәртиптә, баҙы төрлө банкаларҙа алма, тоҙло ҡыяр һәм помидор, кәбеҫтә, еләк ҡайнатмалары менән тулы була. Утынды күпләп әҙерләйҙәр, сөнки йортто йылытырға, бөтә ғаиләгә етерлек икмәк һалырға, мал-тыуарға йылы һыу эсерергә лә кәрәк. Тал сыбығы әҙерләйҙәр, тиҙәк тә һуғалар.

“Лукьян яҡшы кеше булды, балаларҙы яратты. Эштән ҡайтып, өҫтәл артына ултырғас, улар береһенән береһе уҙышып, атайҙарын уратып алалар, ә ул тәүҙә балаларҙы ултыртып ашата, һуңынан ғына үҙе ашай ине”, - ти Евдокия Евсеевна.

Кистәрен ул, мейес эргәһенә ултырып, йылы ойоҡбаш бәйләй, йөн иләй. Мейестә дөрләп утын яна, бүлмәлә йылы. Ҡырып йыуылған таҙа иҙәнгә балаҫ йәйелгән. Бәләкәй ҡыҙҙары ҡурсаҡ менән уйнай, олораҡтар бәйләм бәйләй, сигеү сигә. Улдары атайҙарына ярҙамлаша.

Бөгөн дә Евдокия Евсеевна өсөн иң ҙур байлыҡ – балалары. Улар бөтәһе лә тәртипле, эшһөйәр һәм ярҙамсыл булып үҫә, яҡшы белем алалар, ғаилә ҡоралар, ауылдың хөрмәтле кешеләре булып китәләр. Петр “Раевка” совхоз-заводында – механизатор, Сергей – мал ҡараусы, Василий Мечниковола һәм Шафранда ветеринария табибы булып эшләй. Александр – Яңы Раевка совхозында управляющий, Иван - нефть базаһында механик, Галя Стәрлетамаҡ ҡалаһында балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып хеҙмәт һала. Михаил, Григорий һәм Анна ла шунда, ә Надежда Татарстанда йәшәй. Илья – полковник, Силәбелә, Украинала, Читала хеҙмәт иткән, Лена Рощинский совхозында балалар баҡсаһы мөдире була. Ун ике баланың һәр береһе - әсәйҙәренең ҡыуанысы һәм ғорурлығы.

“Хәҙер бүлә-бүләсәләремде күреүемә шатланып бөтә алмайым”, - ти Евдокиия Евсеевна һәм инде олоғайып барған балаларына ҡарап, сабыйҙар тауышынан шау-гөр килеп торған йорттарын күҙ алдына килтерҙе лә, ихлас йылмайып ҡуйҙы.

Зилә ЙӘЛИЛОВА,

Пионерҙар йорто педагогы.

Читайте нас: