-25 °С
Болотло
Һуңғы ваҡытта оҙон ғүмерлеләр һаны артыуы көтөлә. Быға тиклем йөҙйәшәрҙәр тиҫтәләп кенә иҫәпләнгән. Яҡын арала уртаса ғүмер оҙонлоғон 80 йәшкә еткереү бурысы ҡуйылды. Президент Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәлә ошо турала белдерҙе. Әлеге ваҡытта был күрһәткес 73 йәш. Башҡортостанда уртаса ғүмер оҙонлоғо 71 йәш ярым.