Компенсация күләме семестр йәки уҡыу йылы өсөн уҡыу хаҡына тиң, әммә семестр өсөн 30 мең һумдан һәм уҡыу йылы өсөн 60 мең һумдан артыҡ булмай. Ул бер тапҡыр һәр семестр/уҡыу йылы тамамланғандан һуң бирелә.
Компенсация ҡаралған белем биреү программалары төрҙәре:
— урта һөнәри белем;
— юғары белем;
— дәүләт ҡарамағында булмаған һөнәри ойошмаларҙа белем алыу.
Кемдең компенсация алыу хоҡуғы бар?
— Түләүле белем биреү хеҙмәттәре күрһәтеүгә килешеү төҙөгән бәлиғ булған студенттың йәки студенттың ата-әсәһенең (законлы вәкилдәренең) береһенең;
— әгәр семестр/уҡыу йылы тамамланғансы 23 йәшкә еткән булһа, ошо йәштән өлкән студенттың ошондай хоҡуғы бар.
📌 Түбәндәге шарттарҙы үтәгәндә компенсация алырға мөмкин:
— мәғариф ойошмаһы Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан;
— ғариза биреүсе — Рәсәй гражданы, уның йәшәү урыны (булған урыны) республика биләмәһендә;
— ата-әсәһенең (законлы вәкилдәренең) береһе МХО-ла ҡатнашыусы, йәки ҡатнашҡан (һәләк булған осраҡта).
📞 Документтар исемлеген контакт-үҙәктә түбәндәге телефондар буйынса асыҡлай алаһығыҙ:
+7 347 246-55-33
+7 927 333-31-00.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан