Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июль , 10:22

Ҡыйыҡтан һыу аҡһа, нимә эшләргә?

Көслө ямғыр ваҡытында һуңғы ҡатта йәшәүселәрҙең өй түбәһенән һыу ағырға мөмкин. Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты белгестәре был осраҡта нимә эшләргә икәнен аңлата.

Ҡыйыҡ дөйөм йорт милке тип иҫәпләнә, уны йүнәтеү идарасы компания ҡарамағында. Тәү сиратта, компанияға шәхсән үҙегеҙ мөрәжәғәт итегеҙ йәки авария-диспетчер хеҙмәтенә шылтыратығыҙ.

Идарасы компания вәкилдәре килеп акт төҙөйәсәк. Бер данаһын һеҙгә ҡалдыралар. Түбәнән һыу ағыу көн дауамында туҡтатылырға тейеш.

Әгәр мәсьәләне ошо ваҡыт эсендә хәл итмәһәләр, идарасы компанияға яҙма рәүештә мөрәжәғәт итегеҙ. Мөрәжәғәттең күсермәһенә мисәт ҡуйыуҙарын һорағыҙ. Әгәр идарасы компанияға ҡарата Дәүләт торлаҡ инспекцияһына ялыу бирергә уйлаһағыҙ, ул кәрәк буласаҡ.

Шулай уҡ түбәндәгеләрҙе уҡығыҙ:

— Өҫтәге күршеләрҙән фатирығыҙға һыу аҡһа, нимә эшләргә?

— Идарасы компанияға ҡарата нисек ялыу яҙырға?

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: