Әлшәй хәбәрҙәре
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Апрель 2021, 10:48

Ташлыларҙы әүҙемлектәре өсөн билдәләп үттеләр

Өфөлә “Айыҡ ауыл-2020” республика бәйгеһе еңеүселәрен тантаналы шарттарҙа бүләкләнеләр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың иң айыҡ ауылы исеменә һәр бер райондан бер ауыл, бөтәһе 54 ауыл дәғүә итте. Улар иҫәбендә конкурстың муниципаль этабында еңеүсе Ташлы ауылы ла бар ине. Бүләкләү тантанаһы алдынан, республика Башлығы Радий Хәбиров был бәйгегә ҡарата ҡыҙыҡһыныу йылдан-йыл артыуы һәм халыҡтың әүҙемлек күрһәтеүе хаҡында әйтте, киләһе йылда приз фондын арттырыу кәрәклеге тураһында билдәләп үтте. Еңеүселәргә - бишәр миллион һумлыҡ, икенсе урын яулаусыларға – өсәр миллион, өсөнсө урынға сығыусыларға икешәр миллион һумлыҡ сертификат бирелде. Аҡсалар ауылдарҙы төҙөкләндереүгә тотоноласаҡ.

- “Айыҡ ауыл” конкурсы сәләмәт тормош алып барыу, бергә дуҫ һәм татыу йәшәүҙе пропагандалауға йүнәлтелгән. Муниципалитет етәкселәренең, урындағы халыҡтың, дин әһелдәренең, йәмәғәт ойошмаларының берҙәм эшләүенең һөҙөмтәһен күреү икеләтә ҡыуаныслы. Мәҡәлдә әйтелгәнсә, халыҡ көсө таш яра, - тине, ҡатнашыусыларҙы ҡотлап, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова.

Бүләкләү тантанаһында әлшәйҙәрҙе лә билдәләп үттеләр. Әүҙем ҡатнашҡан өсөн Ташлы ауылы республика Хөкүмәте һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының дипломына лайыҡ булды. Шәхси ҡаҙаныш өсөн дә награда бар. Уны Ташлы ауылы мәсете имам-хатибы Вәкил Зәйҙуллин алды. Ауылдаштары араһында айыҡ тормош алып барыуға ҙур өлөш индергән өсөн Вәкил Төхвәт улы республика Хөкүмәте һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы дипломына һәм ҡиммәтле призға лайыҡ булды.

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Читайте нас: