Әлшәй хәбәрҙәре
+8 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Апрель 2021, 11:21

Аҡҡоштар быйыл да Аҡҡолай күлдәренә әйләнеп ҡайтты

Яҡташыбыҙ, Татарстандың халыҡ артисы һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альфред Яҡшымбәтов аҡҡоштарға арнап йыр ҙа ижад иткән.

Пар аҡҡоштар яҙ һайын Аҡҡолай күлдәренә иң беренселәрҙән булып әйләнеп ҡайта. Улар ҡоро япраҡтар, ботаҡтар, үләндәр түшәп, иҫке ояларын йүнәтә. Был эш менән башлыса инә ҡош шөғөлләнә. Ә йомортҡаларҙы улар ата ҡош менән алмашлап баҫып сығара. Аҡҡоштар йылы яҡтарға һыуыҡтар башланып, йылға-күлдәр боҙ менән ҡапланғас осоп китә.

Аҡҡолайҙар пар аҡҡоштарҙың йылы яҡтан ҡайтыуын яҙ һайын һағынып көтөп ала. Иҫке Аҡҡолай ауылында тыуып үҫкән билдәле музыкант, композитор Альфред Яҡшымбәтовты ла ошо ғорур ҡоштарҙың тоғролоғо һәм матурлығы илһамландырмай ҡалмаған. Ул яңыраҡ Әлшәй шағирәһе Гөлфиә Ғиззәтова һүҙҙәренә “Аҡҡолай аҡҡоштары” тигән йыр ижад итте.

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Акколай аккошлары
Авылымда язгы сулыш,
Шундый рәхәт күңелемә.
Пар аккошлар кайткан бүген
Акколаем күленә.
Күл эчендэ ике аккош
Йөзәләр парлап, бергә.
Саф мәхәббәтен аккошлар
Саклый белә гомергә.
Сокланып карап туялмыйм
Тибрәлгән пар аккошка.
Канатын терәп канатка,
Башларын салып башка.
Сагынып искә алырмын
Аккошлы күл буйларын.
Кайда гына йөресәм дә
Авылым синдә уйларым.
Гөлфиә Ғиззәтова.
Читайте нас: