Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Март 2021, 09:38

Бурыстарҙан законлы рәүештә ҡотолорға мөмкин

Эдуард Фәсхетдинов – Арбитраж идарасыларҙың “ЕВРОСИБ” ассоциацияһы ағзаһы, 2009 йылдан арбитраж идарасы булып эшләй. Эдуард Вәлетдин улының юридик һәм физик шәхестәрҙең банкротлыҡ өлкәһендә эш тәжрибәһе ҙур.

Донъя хәлен белеп булмай, бөгөн һинең сәләмәтлегең, хеҙмәт хаҡы түләнгән эшең бар. Һин киләсәктә ныҡлы ышанаһың, шуға ла күп уйлап тормай кредиттар алаһың. Әммә тормошто алдан фаразлап булмай, көтмәгәндә бер нәмәһеҙ ҡалыуың мөмкин. Ә бурыстар ҡар өйөмө кеүек арта ғына бара, кредиторҙар ҙа тынғы бирмәй. Нимә эшләргә? Кемгә мөрәжәғәт итергә? Арбитраж идарасы Эдуард Фәсхетдинов менән бөгөнгө әңгәмәбеҙ тап бына шул хаҡта.
- Бурыстарҙан ҡотолоуҙың законлы юлы бар. 2002 йылда беҙҙең илдә “Бөлгөнлөккә төшөү (банкротлыҡ) тураһында”ғы Федераль закон ҡабул ителде, уға ярашлы, юридик шәхестәр, йәғни ойошмалар һәм эшҡыуарҙар ғына үҙен банкрот тип иғлан итә ала ине. Ә 2015 йылдан кредит йөкләмәләренән шул рәүешле физик шәхестәр – ябай граждандар ҙа азат ителә ала.
- Эдуард Вәлитдин улы, был процедураның асылы ниҙә?
- Физик шәхестең банкротлыҡҡа төшөүе – бурыслының кредиторҙар алдында мотлаҡ түләүҙәр буйынса закон тарафынан раҫланған финанс йөкләмәләрен үтәй алмауы. Әгәр бурысының дөйөм күләме 500 мең һумдан, ә түләнмәгән срогы өс айҙан да артып китһә, гражданин банкрот тип һанала.
Банкротлыҡҡа төшөү тураһында эш ҡуҙғатыу өсөн нигеҙ булып бурыслыны банкрот тип танылған ғариза тора, ул Арбитраж судҡа тапшырыла. Бындай ғаризаны бурыслы үҙе генә түгел, шулай уҡ кредитор йәки вәкәләтле орган да бирә ала.
- Банкрот тип танығандан һуң кешенең тормошонда нимә үҙгәрәсәк?
- Ыңғай яҡтары күп. Беренсенән, кредиторҙарҙың эҙәрлекләүҙәре, коллекторҙарҙың янауҙары, займ биреүселәр яғынан психологик баҫым туҡтатыла. Башҡа һүҙҙәр менән әйткәндә, хәҙер гражданин уның мөлкәтен һатҡандан һуң түләнмәй ҡалған финанс талаптарҙы үтәргә тейеш түгел.
Икенсенән, уның шәхси әйберҙәрен һәм иң мөһиме, берҙән-бер торлағын тартып алмаясаҡтар. Әлбиттә, күсемһеҙ милек ипотекаға һатып алынған һәм банктың залогында булмаған осраҡтарҙан тыш. Бурыс ҡапланмаһа ла, барлыҡ бурыстар ябыла; кредиттар, микрозаймдар, һалымдар, торлаҡ-коммуналь хужалығы, бурыс распискалары буйынса барлыҡ бурыстар ҙа бөтөрөлә. Һәм бурыстарығыҙ яҡындарығыҙға мираҫ итеп тапшырылмый.
Һеҙгә сит илгә сығыу рөхсәт ителә, эшләй һәм хеҙмәт хаҡын, тотоп ҡалмайынса, тулы күләмдә ала алаһығыҙ. Суд приставтары барлыҡ башҡарма производстволарҙы ла ябасаҡ.
- Күптәр банкротлыҡ уның тормошона, кредит тарихына ғына түгел, туғандарына ла йоғонто яһар тип ҡурҡа.
- Юҡ, улай түгел. Банкротлыҡ процедураһы дөйөм милке булған ир менән ҡатындың мәнфәғәттәренә генә ҡағыласаҡ. Ир банкрот тип табылғанда, ҡатыны исемендә булған милек (законлы никахта йәшәгәндә алынған булһа) һатылырға мөмкин.
Башҡа туғандарҙың мәнфәғәттәре милеккә өлөшләтә эйә булғанда ғына ҡағыла йәки туғандары менән килешеүҙәр һуңғы өс йыл дауамында төҙөлгән осраҡта, мәҫәлән, күсемһеҙ милек бүләк ителгәндә.
Түбәндәге бурыстар ябылмай:
ғүмергә һәм сәләмәтлеккә килтерелгән зыянды ҡаплау тураһында;
хеҙмәт хаҡын һәм пособие түләү тураһында;
мораль зыянды ҡаплау тураһында;
алименттар түләтеү тураһында.
- Әммә барыһы ла уңай була алмайҙыр бит. Кире яҡтары ла барҙыр, моғайын.
- Әлбиттә. Эш ҡаралғанда гражданиндың мөлкәтен һатырға һәм һатып алырға, уны закладка һалырға һәм поручитель булырға хоҡуғы юҡ. Уның күсемһеҙ милеккә һәм банк карталарына идара итеү хоҡуғы финанс идарасыһына тапшырыла.
- Кешене банкрот тип танынылар. Уны ниндәй эҙемтәләр көтә?
- Биш йыл дауамында ул тағын бер тапҡыр банкротлыҡ процедураһына мөрәжәғәт итә алмай. Өс йыл дауамында ойошма етәксеһе вазифаһын башҡармаясаҡ. Банктар уға биш йыл дауамында кредит бирмәҫкә мөмкин. Шулай ҙа мөһим, ыңғай яғы бар - һеҙ башҡаса бер кемгә лә, бер нимә лә тейеш түгел һәм был ҙур плюс!
- Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, банкротлыҡҡа ғариза биреү тураһында һөйләшәйек.
- Әҙерлек эштәре башҡарылғандан һуң (бында кәрәкле документтар йыйыу һәм мотлаҡ суд түләүҙәре инә), ғариза биреү өсөн Арбитраж судҡа мөрәжәғәт итергә мөмкин. Шуны асыҡлап үткем килә, һәр осраҡ үҙенсәлекле, шуға ла өҫтәмә мәғлүмәт тупларға әҙер булырға кәрәк.
Йәнә бер мөһим иҫкәртеү. 2020 йылдың 1 сентябренән күп функциялы үҙәктә документтар тапшырыуҙың ябайлаштырылған схемаһы (судтан тыш тәртип) эшләй. Хәҙер 50 мең һумдан 500 мең һумға тиклем бурысы булған граждандар ҙа банкротлыҡ тураһында ғариза бирә ала.
- Яҡшы яңылыҡ, күптәр, моғайын, ишетмәгәндер. Был турала ентекләберәк аңлатып үтмәҫһегеҙме?
- Был осраҡта башҡарма производство тамамланғас ҡына банкротлыҡ процедураһы эшләй башлай. Быны нисек аңларға?
  1. Банктар, микрокредит компаниялары йәки кредиторҙар бурысты ҡайтарыу буйынса судҡа мөрәжәғәт иткән осраҡта.
  2. Суд приставтары, бурысты ҡайтарыу мөмкин түгел, тип тапҡан осраҡта. Йәғни гражданиндың финанс зыянды компенсациялау өсөн тейешле мөлкәте юҡ. Суд башҡармаһы буйынса производствоны тамамлау ҡатмарлы, шуға ла был процесс оҙаҡҡа һуҙыла. Әгәр кеше эшләй һәм ваҡытында эш хаҡы ала икән (пенсионер – пенсия), суд приставтары федераль хеҙмәте башҡарма ҡағыҙҙар буйынса эш хаҡының йәки пенсияның 50 процентын тотоп алып ҡала.
  3. Әгәр шундай хәл килеп тыуып, суд приставтары башҡарма производствоны туҡтатһа, банкротлыҡ процедураһын башларға мөмкин: күп функциялы үҙәккә ғариза яҙырға кәрәк, теркәлеү урыны буйынса булмаһа ла ярай. Шунан тикшереү бөткәнен көтөргә кәрәк. Аҙаҡтан бурыслының бурысын түләй алмағанлығы тураһындағы мәғлүмәт банкротлыҡ тураһындағы Берҙәм федераль реестр сайтында урынлаштырыла.
    - Банкротлыҡ процедураһына киткән сығымдар ҙа аҙ түгелдер?
    - Физик шәхестәрҙең банкротлыҡ процедураһын фәҡәт бер кеше – арбитраж идарасы башҡара. Арбитраж суд банкрот тип таныу тураһында ҡарар сығара, мөлкәтте һатыу процедураһын индерә һәм арбитраж идарасыны бурыслының финанс идарасыһы тип раҫлай. Уның үтенесе буйынса Арбитраж суд мөлкәтте һатыу процедураһының тамамланыуы һәм бурыслыны кредиторҙарҙың башҡа талаптарын, шул иҫәптән уның мөлкәтен һатыу процедураһы индерелгәндән һуң булған талаптарҙы үтәүҙән азат итеү тураһындағы күрһәтмә сығара.
    Законға ярашлы банкротлыҡ тип таныу хеҙмәте хаҡы 25 000 һум тәшкил итә – был финанс идарасыға китәсәк түләү, ул Арбитраж судтың депозит иҫәбенә күсерелә. 300 һум – Арбитраж судҡа ғариза биргәндә түләнә торған пошлина. Һеҙҙҙең түләүҙәр ошо ғына. Бөтә ҡалған суммалар – юридик агентстволарҙың комиссияһы. Мин үҙем агенттарһыҙ эшләйем. Шуға күрә һеҙгә тик Арбитраж идарасы хеҙмәттәре өсөн генә түләргә кәрәк буласаҡ.
    Әгәр һеҙ бурысҡа батҡанһығыҙ икән, шылтыратығыҙ, электрон адресҡа яҙығыҙ. Минең телефон: 8-937-337-5929. Электрон почта: [email protected] .
    Зилә ВӘЛИУЛЛИНА.
    Реклама хоҡуҡтарында
    Читайте нас: