Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Март 2021, 12:05

Бөтә донъя фольклориадаһы июль айында уҙасаҡ

Башҡортостанда ҙур күләмле мәҙәни ваҡиға былтыр уҡ уҙырға тейеш ине, әммә пандемияға бәйле ул 2021 йылға күсерелде.

Фольклориадала, ул 3-10 июлдә уҙа, ҡатнашасаҡ 70 ил раҫланды ла инде. Беҙҙең республикаға барлығы 2500 кеше килеүе көтөлә. Мәҙәни ваҡиғаның күсмә өлөшө уҙасаҡ 35 муниципалитетты үҙ эсенә алған фестиваль округы билдәләнде. Улар иҫәбендә беҙҙең район да бар.

Программала – бөтә донъяға танылған Рәсәй коллективтарының сығыштары һәм, әлбиттә, милли бейеүҙәр һәм музыка, күргәҙмә-йәрминкәләр ойоштороласаҡ. Баш ҡаланың үҙәк урамдары буйлап “Торатау” Конгресс-холы амфитеатрына тиклемге парад фольклориаданың төп ваҡиғаһы буласаҡ, унда бөтә донъянан 200-ләгән милләт вәкилдәре ҙур түңәрәккә баҫасаҡ.

Эшлекле программа сиктәрендә донъя халыҡтарының мәҙәни мираҫын һаҡлау мәсьәләләре буйынса конференция, CIOFF традицион сәнғәт һәм фольклор фестивалдәре ойошмалары Халыҡ-ара Советы комитеттары һәм комиссиялары ултырыштары үткәреү планлаштырыла.

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Читайте нас: