+14 °С
Болотло
Торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм көнкүреш хеҙмәтләндереү өлкәһе эшмәкәрлеге кешеләрҙең социаль именлеге күрһәткесе ул. Әлшәйҙәрҙең тормош сифаты һеҙҙең намыҫлы хеҙмәтегеҙгә, һөнәри оҫталығығыҙға һәм яуаплылығығыҙға бәйле. Был өлкәнең һөҙөмтәле эшләүе райондың социаль-иҡтисади үҫеше өсөн мөһим шарт һәм өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ һәр саҡ кәрәкле, һәр кем уның һөҙөмтәләрен тоя һәм баһалай.
Киләсәктә лә һеҙгә һөнәри уңыштар, һаулыҡ, бөтмәҫ көс-дәрт, бәхет һәм ғаилә именлеге теләйем!
Әлшәй районы муниципаль район хакимиәте башлығы Дамир МОСТАФИН.