Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Март 2021, 09:30

Әлшәйҙәр һәләттәрен арттыра

Әлеге проектҡа ярашлы, Әлшәй районы мәктәптәрендә һәм Пионерҙар йорто базаһында 920 бюджет урыны булдырылған.

Ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Мәғариф” милли проекты йәш быуынға сифатлы белем һәм лайыҡлы тәрбиә биреү буйынса бихисап яңы башланғыстарға мөмкинлек тыуҙырҙы. Мәҫәлән, “Һәр баланың уңышы” тип аталған федераль проект та уҡыусыларҙың һәләттәрен үҫтереүгә юл аса.
Әлеге проектҡа ярашлы, Әлшәй районы мәктәптәрендә һәм Пионерҙар йорто базаһында 920 бюджет урыны булдырылған. “Һәр баланың уңышы” проектына ҡушылыу һөҙөмтәһендә уҡыусыларҙың һәләтен төрлө йүнәлештәр буйынса үҫтереүгә өҫтәмә мөмкинлектәр барлыҡҡа килгән. Улар иҫәбендә спорт, экология, тикшеренеү һәм башҡа йүнәлештәр буйынса курстар бар.
Мәҫәлән, “Һыу туризмы” берләшмәһендә уҡыусылар катамаран кеүек техниканы ҡулланыу серҙәрен төшөнә, Башҡортостан йылғалары буйлап походтар ойоштороу үҙенсәлектәрен өйрәнә. Геология буйынса түңәрәктә һанлы лабораторияла һынауҙар үткәрелә: үҫемлектәрҙәге фотосинтез процесын күҙәтәләр, тирә-яҡ мөхиттең бысраныу кимәлен асыҡлайҙар. Экология йүнәлеше тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләй. Был йүнәлеш буйынса шөғөлләнеүселәр радиактив, электромагнит, ультрафиолет нурланыш, тауыш, яҡтылыҡ кимәлен, һыуҙың һәм тупраҡтың бысраныу миҡдарын тикшерә. “Мультимикс” тип аталған йәнһүрәт студияһына йөрөгән уҡыусылар өс күләмле моделдәр яһауҙы һәм уларҙы 3D принтерҙа баҫыуҙы үҙләштергән.
Уҡыусыларҙың буш ваҡытын файҙалы үткәреүе, улар өсөн булдырылған мөмкинлектәр менән тулы кимәлдә файҙаланыуы – әлбиттә, маҡтауға лайыҡ күренеш.
Фото: Әлшәй Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто сайтынан.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: