Әлшәй хәбәрҙәре
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Март 2021, 15:35

Февраль игеҙәктәр менән һөйөндөрҙө

Район ЗАГС бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, 14 малай һәм 12 ҡыҙ тыуған, уҙған йылдың февраль айы менән сағыштырғанда, сабыйҙар һаны бер үк тиерлек (27 булған).

Иң ҙур сабыйҙың ауырлығы – 4280 грамм, иң бәләкәйенеке 2510 грамм тәшкил итә. Балаларҙың күбеһе ғаиләлә икенсе һәм өсөнсө булып тыуған. Февраль айы ике пар игеҙәк балалар менән дә һөйөндөрҙө.

Ата-әсәләр, элеккесә, сабыйҙарына Самир, Илария, Амелия, Әмир, Артем (Артемий), Тамерлан (Тимур), Никита кеүек популяр исемдәр һайлай. Мия, Ника, Мәҙинә, Миңлегөлсөм, Марк, Эмиль, Аэлина - иң һирәк ҡушылған исемдәр. Үлем тураһында 43 акт яҙмаһы теркәлгән, был уҙған йыл менән сағыштырғанда өскә кәмерәк. Был айҙа 25 ир-ат һәм 18 ҡатын-ҡыҙ баҡыйлыҡҡа күскән.

Ҡарлы-буранлы ай 13 парға үҙ мөнәсәбәттәрен рәсмиләштерергә ҡамасауламаған (былтыр - 16). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 11 ғаилә никахын тарҡатҡан, уҙған йыл менән сағыштырғанда бергә аҙыраҡ.

Зилә ВӘЛИУЛЛИНА.

Читайте нас: