Әлшәй хәбәрҙәре
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Март 2021, 12:55

Йәшәйешебеҙгә йәм биреүсе, ғаилә усағын һаҡлаусы гүзәл заттар өсөн

Район мәҙәниәт һарайында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған байрам концерты үтте.

Район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин һәм уның урынбаҫары Айҙар Солтанғолов йыйылыусыларға тәбрикләү һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте, йәшәйешебеҙгә йәм биреүсе, матурлыҡ һәм хәстәрлек өләшеүсе, ғаилә усағын һаҡлаусы һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙарға, әсәйҙәргә, өләсәйҙәргә ихлас теләктәрен еткерҙе.

Гүзәл заттарҙы тәбрикләп, сәхнәлә район мәҙәниәт һарайы артистары, үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары, балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары һәм педагогтары тамашасыларға матур сығыштарын бүләк итте. Ә Мадагаскарҙан шоумен, музыкант, барабансы Селестиндың ҡайнар сәләмдәре һәм сағыу сығышы сараға айырым бер биҙәк өҫтәне.

Фотолар район хакимиәте сайтынан алынды.

Читайте нас: