Башҡортостандың иң айыҡ ауылы исеменә 54 ауыл (һәр райондан берәү) дәғүә итә. Беренсе ете конкурсант, шул иҫәптән әлшәйҙәр ҙә, үҙ эшмәкәрлектәре тураһында видеопрезентация менән сығыш яһаны һәм эксперт комиссияһы һорауҙарына яуап бирҙе. Жюри еңеүгә ҙур ынтылышты билдәләп үтте.
- Презентацияларҙы яҡлауҙың тәүге көнөндә үк әҙерлек юғары кимәлдә алып барылғанын күрәбеҙ. Бында иң мөһиме, әлбиттә, еңеү түгел, ә ярыштың бөтә халыҡты берләштереүе, ижади әүҙемлекте күрһәтеүе. Конкурс сиктәрендә ҡыҙыҡлы саралар үткәрелде, ә ҡайһы берҙәре, ойоштороусылар билдәләүенсә, киләсәктә лә йыл һайын үткәреләсәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Эльвира Айытҡолова.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Айыҡ ауыл” конкурсының район этабында 57 ауыл ҡатнашты. Ташлылар еңеүсе тип табылды.
- Беҙ иң сағыу сараларҙы тәҡдим иттек. Шулай итеп спортҡа ҙур иғтибар бирелеүен күрһәттек. Йыл һайын Баян Нафиҡов иҫтәлегенә кросс уҙа, ул күрше райондарҙан да спорт һөйөүселәрҙе үҙенә йыя. Халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың “Дим моңо” конкурсы матур традицияға әйләнде. Былтыр беҙ уны күренекле яҡташыбыҙ, ғалим-фольклорсы Ниғмәт Шоңҡаров иҫтәлегенә арнаныҡ. Халыҡ насар ғәҙәттәргә ҡаршы көрәштә берләште. Беҙҙең маҡсат – магазин кәштәләрен спиртлы эсемлектәрҙән тулыһынса арындырыу, - тине Ташлы ауыл Советы башлығы Айнур Мурзин.
Презентацияларҙы яҡлағандан һуң, финалға сығыусыларға йәнә бер этап үтергә тура килә - 10-20 мартта халыҡ тауыш биреүе буласаҡ. Ә 25 мартта еңеүсене иғлан итәсәктәр. “Айыҡ ауыл” конкурсы республика Башлығы грантына үткәрелә. Дөйөм приз фонды 40 млн һум тәшкил итә.
Фәнүзә СУФИЯНОВА.