Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Март 2021, 18:40

Башҡорт аты – халҡым ҡото

Фермерҙар Руслан Ахунов, Наил Ғәлиәкбәров, Фидан Әхмәтйәнов, Азат Ғарифуллин, Илгиз Заһретдинов, Айрат Ғәниев районда ғына түгел, республикала ла киң билдәле йылҡысылар.

Башҡортостан – йылҡысылыҡ яҡшы үҫешкән төбәк. Илебеҙҙә аттар һаны буйынса ул – икенсе, ә ҡымыҙ етештереү күләме буйынса беренсе урында. Беҙҙә башлыса башҡорт тоҡомло аттар аҫрала.

Йылҡысылыҡ район агросәнәғәт комплексының малсылыҡ тармағында ла төп урындарҙың береһен биләй. Мал һанын йылдам арттырыу һөҙөмтәһендә һуңғы алты-ете йыл эсендә генә лә аттар дүрт мең башҡа етте. Үҙгәреүсән һауа шарттарында йыл әйләнәһенә тибенлектә йөрөгән, сыҙам, тыңлаусан, тәпәш буйлы, киң күкрәкле башҡорт тоҡомло аттар бөгөн айырыуса юғары баһалана.

Республикала йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән, бөтә ғүмерен ошо тынғыһыҙ, аҡыллы йән эйәләренә арнаған фермерҙар бихисап. Беҙҙең районда ла йылҡысылыҡ тармағының 60 проценты крәҫтиән хужалыҡтарына тура килә. Мәҫәлән, фермерҙар Руслан Ахунов, Наил Ғәлиәкбәров, Фидан Әхмәтйәнов, Азат Ғарифуллин, Илгиз Заһретдинов, Айрат Ғәниев районда ғына түгел, республикала ла киң билдәле йылҡысылар. “Заря” ауыл хужалығы предприятиеһында ла был тармаҡ яҡшы үҫешкән. Ҡымыҙ бешеү оҫталарының республика конкурстарында һәм ат спорты буйынса бәйгеләрҙә лә әлшәйҙәр бик күп призлы урындар яулай. Ат сабыштары үҙебеҙҙә лә үткәрелеп тора. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ошо көндәрҙә тәүге тапҡыр район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин Кубогына Уваровка ауылы эргәһендә район-ара ат спорты ярыштары уҙҙы.

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Читайте нас: