Әлшәй хәбәрҙәре
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Февраль 2021, 11:16

Ауылда эш етерлек

Н. Сибирцев исемендәге Аксен агросәнәғәт колледжында сығарылыш курс студенттарының эш биреүселәр менән осрашыуы үтте.

Ҡайҙа-ҡайҙа, ә ауыл хужалығында эшсе ҡулдар һәр саҡ кәрәк. Һандар теле менән әйткәндә, республика Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, агросәнәғәт комплексына йыл да 3,5 меңгә яҡын белгес талап ителә. Шуға күрә агросәнәғәт колледжын тамамлаусылар эшһеҙ ҡалмаясаҡ, ауылдарҙа йәш белгестәрҙе көтәләр.

Осрашыу ваҡытында студенттарға республика Ауыл хужалығы министрлығының уҡыу-ғилми учреждениелары менән хеҙмәттәшлек итеү бүлеге етәксеһе Константин Пресняков, район хакимиәте башлығы урынбаҫары – ауыл хужалығы бүлеге етәксеһе Данир Әхмәҙишин, Әлшәй ветеринария станцияһы етәксеһе Хәлил Шәрипов, “Раевка” йәмғиәтенең башҡарма директоры Илгиз Свечников та ошо хаҡта һөйләп үтте. Буласаҡ аграрсылар район предприятиелары һәм учреждениеларындағы вакансиялар, йәш белгестәр өсөн дәүләт ярҙамы саралары хаҡында мәғлүмәт алды.

Район хакимәте башлығы урынбаҫары Данир Әхмәҙишин ауылға ҡайтыусы белгестәргә эшләй башлаған тәүге йылда уҡ үҙ торлағын булдырыу мөмкинлеген иң етди дәүләт ярҙамдарының береһе тип атап үтте.

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Читайте нас: