Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Февраль 2021, 12:05

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!

Хөрмәтле әлшәйҙәр! Һеҙҙе ысын күңелдән Ватанды һаҡлаусылар көнө - быуындар бәйләнеше, хәрби бурысҡа тоғролоҡ һәм Тыуған илгә һөйөү символы булған байрам менән ҡотлайым!

Был көндө беҙ армия мәктәбен үткән һәр кемгә тәрән хөрмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, бөгөн хеҙмәт итеүселәрҙе һәм Ҡораллы Көстәр сафына баҫырға әҙерләнеүселәрҙе тәбрикләйбеҙ. Айырыуса Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, яугир-интернационалистарҙы, ҡорал тотоп Ватаныбыҙ именлеген һаҡларға ант иткәндәрҙең барыһын да ихлас ҡотлайым.
Батырлыҡ һәм намыҫ, ныҡлыҡ һәм хәрби бурысҡа тоғролоҡ бөгөн һәр кемгә кәрәк, сөнки Ватанға тоғро хеҙмәт итеү һәр ҡайһыбыҙҙың изге бурысы. Намыҫлы хеҙмәт, яҡындарығыҙ яҙмышы өсөн яуаплылыҡ, әүҙем тормош позицияһы һәм әйләнә-тирәләге ваҡиғаларға битараф булмау - дәүләтебеҙҙең имен киләсәге нигеҙе ул.
Һәр ғаиләгә - бәхет, татыулыҡ һәм именлек, ветерандарға - сәләмәтлек һәм оҙон ғүмер, һалдаттарға һәм офицерҙарға уңышлы хеҙмәт итеүҙәрен теләйем. Ватанды һаҡлаусылар байрамы һәр ваҡыт тыныс һәм шатлыҡлы булһын!
Әлшәй районы муниципаль район хакимиәте башлығы Дамир МОСТАФИН.
Читайте нас: