Әлшәй хәбәрҙәре
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Февраль 2021, 14:00

Ҡышҡы юлдан ярһый-ярһый, Сабып килә бәйге аттары...

Тәүгеләрҙән булып ҡатнаш тоҡомло башҡорт аттары старт алды. Арттарынан ҡар өйөрмәһе осороп, улар алға уҡталды.

Уваровка ауылы эргәһендә тәүге тапҡыр район хакимиәте башлығы Д. Мостафин кубогына совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың 32 йыллығына арналған район-ара ҡышҡы ат спорты ярыштары үтте. Бәйгелә Әлшәй, Архангель, Ауырғазы, Дәүләкән, Ишембай, Миәкә райондары спортсылары ҡатнашты.
Сараны асыу тантанаһында тәбрикләү һүҙе менән республиканың Йылҡысылыҡ, йылҡысылыҡ заводы һәм ат спорты ассоциацияһы рәйесе, төҙөлөш ойошмалары етәксеһе һәм учредителе, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе Р. М. Зарипов, райондың ветеран афғансылар советы рәйесе Ш. С. Йосопов, Ҡармыш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Д. У. Шәкүров, Әлшәй райпоһы рәйесе, “Агрокоопинвест” йәмғиәте директоры И. А. Мөхәмәтйәнов сығыш яһаны.
Ауыл хужалығы бүлегенең баш зоотехнигы Флүр Солтанов районда йылҡысылыҡ менән 15 крәҫтиән-фермер хужалығы шөғөлләнеүе тураһында билдәләп үтте. Бөтәһе 4 мең башҡа яҡын йылҡы малы иҫәпләнә. Сабыш аттарын фермер Н. Ф. Ғәлиәкбәров тота, тап уның инициативаһы менән был ярыштар ойошторолдо ла инде. Наил Фәрит улы ат спортын ярата. Ул һабантуйҙарҙа ат сабыштарында, “Терра Башкирия” турнирында ҡатнаша.
Иң тәүҙә судьялар бәйге ҡағиҙәләре менән таныштырҙы. Судьялар коллегияһы составына Н. Ф. Ғәлиәкбәров, район ветеринария станцияһы етәксеһе Х. Ҡ. Шәрипов һәм баш зоотехник Ф. В. Солтанов инде.
Тәүгеләрҙән булып ҡатнаш тоҡомло башҡорт аттары старт алды. Арттарынан ҡар өйөрмәһе осороп, улар алға уҡталды. Бәйгеселәргә 3600 метр араны үтергә кәрәк ине. Бында тәжрибәле һыбайлы Илнур Ғәлиәкбәровтың (“Ғәлиәкбәров” КФХ-һы) “Форд” ҡушаматлы туры алашаһы алға сыҡты һәм еңеү яуланы.
Ҡар тауҙарында бала-сағалар урын алды. Малайҙар һәм ҡыҙҙар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән мауыҡтырғыс тамашаны күҙәтте. Спортсыларҙы дәртләндереп тороу өсөн ярышҡа уларҙың ғаилә ағзалары, дуҫтары һәм таныштары, шулай уҡ ат спортына ғашиҡ кешеләр йыйылғайны.
Санаға егелгән ат ярыштары ла бик ҡыҙыу барҙы. Финишҡа беренселәрҙән булып Раевка ат спорты мәктәбенең директор урынбаҫары, тренер Самат Сәлихов ултырған “Звездный” ҡушаматлы ҡара туры айғыр килде. Иң аҙаҡтан башҡорт тоҡомло аттар сабышты. Был бәйгелә “Майҙан” ҡушаматлы айғырҙа йәш һыбайлы Руслан Гәрәев (шәхси эшҡыуар “Гәрәев”) еңеү яуланы. Әлшәй районы хакимиәте башлығы кубогы тап уға бирелде.
Әлшәйҙәр бәйгелә һынатманы. Бөтә беренсе урындарҙы улар яуланы. Еңеүселәр һәм призерҙар почет грамоталары һәм аҡсалата приздар менән бүләкләнде.
Был көндө Ҡармыш ауыл мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр артистары – “Йәйғор” фольклор ансамбле ҡыҙыҡлы концерт программаһы әҙерләгәйне. Район социаль-мәҙәни үҙәгенән Артур Шәйәхмәтов һәм Нияз Ғиззәтуллиндың сығышы ла сараға йәм өҫтәне. Бәйгеләрҙән һуң балалар санаға егелгән атта йөрөнө.
Айгөл МӨХӘМӘТДИНОВА.
Читайте нас: