Әлшәй хәбәрҙәре
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Февраль 2021, 17:10

Үрәҙмәт ауылында мемориал комплекс асылды

Был яңылыҡты беҙгә ошо ауылда йәшәүсе Зөлфирә Исламова һәм Гөлнара Фәйезова еткерҙе.

Улар үҙҙәренең хатында бөтә үрәҙмәттәр исеменән ауыл старостаһы Клара Туҡаеваға ҙур рәхмәт белдергән. Ул һуңғы бер нисә йыл дауамында Үрәҙмәт ауылынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың исемлеген асыҡлау буйынса эҙләнеү эштәре алып барған.

Ун биш йыл элек Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 60 йыллығын байрам иткәндә уның һәм башҡа активистарҙың инициативаһы менән ауыл ситендә обелиск асылған. Ул саҡта аҡ мәрмәр таҡтаташҡа 79 яугирҙың исеме уйып яҙылғайны.

- Яугирҙарҙың исемдәрен асыҡлау һәм тулыландырыу буйынса эш оҙаҡ йылдар дауам итте, - ти Клара Ярулла ҡыҙы. – Мин эҙләнеү эше алып барҙым, үҙнәшер менән “Онотолмай һуғыш йылдары” исемле китабымды сығарҙым. Һөҙөмтәлә яу яландарында башын һалған тағы ла 22 яҡташыбыҙҙың исемдәрен таптым. Улар бөтәһе лә Үрәҙмәттә йәшәгән. Фронтҡа тап ошо ауылдан киткәндәр. Ауылдаштарым менән бергәләп мәғлүмәттәрҙе тикшерҙек. Был эштә миңә тыл эшсәне Миңлеямал Ғоссам ҡыҙы Ғиззәтуллина ҙур ярҙам күрһәтте. Ул яугирҙарҙың барыһын да, хатта өйҙәре ҡайҙа урынлашыуын, һуғышҡа тиклем ҡайҙа йәшәгәндәрен яҡшы хәтерләй. Ә бына һуғышта ҡатнашыусы Рәжәп Ғилметдин улы Маннанов яуҙа һәләк булған ауылдаштарының исемдәрен яҙып ҡалдырған. Был изге эштә һуғыш ветераны Миңлехажи Мәғәфүр улы Ғәзизов та ярҙам итте, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул да хәҙер арабыҙҙа юҡ инде.

Клара Ярулла ҡыҙы республиканың Милли архивынан алынған мәғлүмәттәр ярҙамында яугирҙар исемлеген тулыландыра. Уларҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн ул яҡташтарының исем-шәрифтәре яҙылған өҫтәмә плиталар ҡуйыу үтенесе менән ауылдаштарына мөрәжәғәт итә.

Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләгәндә мемориаль комплексты киңәйтеү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Бергәләшеп аҡса йыялар һәм мәрмәр плиталар ҡуялар. Һөҙөмтәлә Үрәҙмәт ауылының 159 яугиры исеме мәңгеләштерелә.

- Был изге эште тамамлауыбыҙға шатмын, - ти К. Туҡаева. - Шундай матур комплекс төҙөп, таҡтаташтар урынлаштырған өсөн шәхси эшҡыуар Нияз Алтынғужин һәм уның командаһына ҙур рәхмәт. Гранит таштарҙы биҙәүсе Ольга Сырямкинаға ла оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Был обелиск үрәҙмәттәр өсөн, һис шикһеҙ, изге урындарҙың береһенә әйләнер. Һәр кем мемориалға килеп үҙенең яугир туғандарын һәм яҡындарын иҫкә алыр. Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай, хәтер – мәңгелек!

Айгөл МӨХӘМӘТДИНОВА.

Читайте нас: