Уларҙы төҙөкләндереү һәм яңыларын төҙөү 2024 йылға тиклем дауам итәсәк. 4,2 миллиард һумдың 4,1 миллиарды – федераль бюджеттан. Эштәр ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Таҙа һыу” төбәк проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Төбәк программаһына 52 тораҡ пункт индерелгән, 19 муниципалитетта – 31 объект. Был турала республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы матбуғат хеҙмәтенән белдереләр.
Быйыл төҙөлөш эштәре Өфө районының Ҡомлокүл, Горново, Ҡыҙылъяр, Яҡшиван, Карюгин, Тәжрибә хужалығы ауылдарында тамамланасаҡ.
Шишмә ауылында ла һыу үткәргесте алмашырыу зарурлығы барлыҡҡа килгән. Йәй көндәре, һыуҙы күпләп тотона башлағанда, иҫке торбалар арҡаһында эсәр һыу бысрана икән. Бынан тыш Шишмәлә эсәр һыуҙы ҡатылыҡтан таҙартыу станцияһы ла яңыртыласаҡ. Төп эштәр быйыл башланасаҡ.
Шулай уҡ быйыл Әлшәй һәм Саҡмағош райондары үҙәгендә һыуҙы таҙартыу системаһын төҙөү эштәре башланасаҡ. Стәрлетамаҡта һыуҙың бысраҡлығын таҙартыу ҡоролмаһы төҙөлөүен дауам итә һәм быйыл тамамланырға тейеш.
“Таҙа һыу” төбәк программаһының төп маҡсаты, 2024 йылға тиклем республика халҡын сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеү кимәлен 86,6 проценттан 92,5 процентҡа тиклем, шул иҫәптә ҡалаларҙа 99 процентҡа тиклем арттырыу.
Фото: smartik.ru