Әлшәй хәбәрҙәре
+8 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Февраль 2021, 19:05

Аҡланып ҡына ҡотола алмайһығыҙ

Әгәр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн водитель суд ҡарары буйынса транспорт сараһын йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителһә, ҡарар үҙ көсөнә ингәс, өс эш көнө эсендә ул шофер таныҡлығын ЮХХДИ-ға илтеп бирергә тейеш.

Быны эшләмәгән осраҡта уға нимә янай? Был таныҡлыҡ менән ул барыбер йөрөй алмаясаҡ – документтарҙы тикшергән саҡта база хоҡуҡтан мәхрүм ителеү тураһында мәғлүмәт бирәсәк, был осраҡта хатта аресҡа алыу ҡаралған. Икенсенән, хоҡуҡтан мәхрүм ителеү документтарҙы тапшырған көндән алып һанала башлай.

Шулай уҡ документтар юғалыуға һылтанып, таныҡлыҡты тапшырмаһаң, хоҡуҡтан мәхрүм ителеү ваҡыты сыҡһа ла аҡланып булмаясаҡ, сөнки һеҙгә был турала ғариза менән ваҡытында мөрәжәғәт итергә кәрәк ине.

Шуға күрә, хөрмәтле водителдәр, ҡанундарҙы үтәгеҙ. Шофер таныҡлығын тапшырыу буйынса һорауҙар менән ЮХХДИ бүлексәһенә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

Дмитрий ГЛАЗКОВ,

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Әлшәй районы буйынса бүлегенең ЮХХДИ бүлексәһе инспекторы.

Читайте нас: