Әлшәй хәбәрҙәре
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Февраль 2021, 15:20

Шундай хеҙмәт бар

Район хакимиәтендә ғаилә сәйәсәте мәсьәләләре буйынса координация советы эшләй.

Совет составына ғаилә хеҙмәте, мәғариф бүлеге, опека һәм попечителлек секторы, бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия, Раевка үҙәк район дауаханаһы, ауыл биләмәләре хакимиәттәре, йәштәр эштәре комитеты, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Әлшәй районы буйынса бүлегенең бәлиғ булмағандар менән эшләү бүлеге вәкилдәре, шулай уҡ райондың бала хоҡуҡтары буйынса уполномоченный ярҙамсыһы инә.

Ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләр, күп балалы ғаиләләр, имен булмаған йәшәү рәүеше алып барыусы граждандарҙы тикшергән ваҡытта ғаилә хеҙмәте белгестәре ашығыс, социаль, хоҡуҡи һәм психологик хеҙмәттәр күрһәтә.

Опека һәм попечителлек бүлеге белгестәре һәм Эске эштәр министрлығының бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлеге инспекторҙары ата-әсәләр һәм бәлиғ булмағандар менән консультациялар, профилактик әңгәмәләр үткәрә. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы Дәүләкән район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм иҫкәртеү эше бүлеге инспекторҙары менән бергә рейдтар була.

Урындарҙа янғынды иҫкәртеүсе ҡоролмалар, йылытыу мейестәре, газ һәм электр йыһаздары, электр үткәргестәре, төтөн юлдарының төҙөклөгө тикшерелә. Белгестәр етешһеҙлектәрҙе асыҡлай һәм уларҙы бөтөрөү ваҡытын билдәләй, был турала ауыл биләмәләре башлыҡтарына хәбәр ителә. Ашығыс осраҡтарҙа шундай уҡ эш ведомство-ара патронаждар ваҡытында ла башҡарыла.

Янғынға ҡаршы рейдтар барышында инструктаж-әңгәмәләр үткәрелә һәм янғын хәүефһеҙлеге буйынса иҫкәртеү ҡағыҙҙары таратыла. Уҙған йылда 33 тапҡыр рейд үткәрелде, 256 ғаилә тикшерелде, 568 баланың өйҙәренә барыу ойошторолдо. Был эш быйыл да дауам итәсәк.

Марина КРАВЧЕНКО,

Әлшәй районындағы ғаилә хеҙмәте етәксеһе.

Читайте нас в