Марсель Самат улы был эшкә күптән түгел генә тотонған. Быға тиклем егерме йылға яҡын ул Әлшәй райпоһында хеҙмәт һалған. Шофер булып хеҙмәт юлын башлаған егет гараж етәксеһе вазифаһына тиклем күтәрелә. Бер нисә йыл элек райпо предприятиелары, магазиндар ябыла башлағас, Шәймөхәмәтов туған предприятиеһының икмәк комбинатын арендаға ала. Бының менән ул производствоны ғына түгел, ә бөгөнгө көндә 30-ға яҡын кешенән торған коллективты ла һаҡлап ҡала. Хәҙер уның икмәк бешереүселәре һәм кондитерҙары айына 30-35 тонна икмәк, икмәк-күмәс һәм кондитер ризыҡтары әҙерләп сығара.
Комбинатҡа етәкселек итеүҙән тыш, Марсель Самат улы райондың магазиндары булмаған бәләкәй һәм төпкөл ауылдарында мобиль сауҙа итеүҙе ойоштороу өсөн дә яуаплы. Бына өс йыл инде көндәлек кәрәк-яраҡтары тауарҙары һәм, әлбиттә, Раевка икмәк комбинатының икмәк-күмәстәре һәм тәмлекәстәр тейәлгән автолавка ауылдарға елдерә. Тәмле һәм файҙалы продукцияны бөтә ерҙә лә яратып өлгөргәндәр. Икмәк комбинаты әҙерләп сығарған ризыҡтар Сәтрлетамаҡ районы магазиндарына ла оҙатыла.
Традиция буйынса хеҙмәт һәм йәмәғәт эшмәкәрлегендә юғары производство күрһәткестәре һәм яҡшы һөҙөмтәләре өсөн район хакимиәте йыл һайын төрлө өлкәлә хеҙмәт һалыусы һөнәрмәндәрҙе билдәләй. Марсель Шәймөхәмәтов та 2020 йылдың иң яҡшы эшҡыуары булып танылды.
Фәнүзә СУФИЯНОВА.