Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Февраль 2021, 18:05

Тәғәйенләүҙәр

“Әлшәй мәғлүмәт-консультация үҙәге” муниципаль бюджет учреждениеһы директоры итеп Кобыляцкий Михаил Владимирович тәғәйенләнде.

М. В. Кобыляцкий 1983 йылда Раевка ауылында тыуған. Юғары белемле – 2007 йылда - “Биология” белгеслеге буйынса Башҡорт дәүләт университетын, 2012 йылда “Юриспруденция” белгеслеге буйынса Рәсәй дәүләт сауҙа-иҡтисад университетын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2008 йылда “Раевсахар” йәмғиәтендә автогазозаправкалау станцияһында оператор булып башлай, артабан иҡтисади именлек хеҙмәте белгесе итеп күсерелә, артабан Приют сөгөлдөр ҡабул итеү пункты етәксеһе вазифаһына тәғәйенләнә. 2011-2012 йылдарҙа БР хәрби комиссариатының Әлшәй районы буйынса бүлегендә мобилизация бүлеге етәксеһе ярҙамсыһы булып эшләй. 2013-2016 йылдарҙа – Әлшәй районы муниципаль район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге ер контроле буйынса баш инспекторы. 2017-2018 йылдарҙа - Раевка ауылындағы күп функциялы үҙәк бүлексәһе идарасыһы. 2018 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем район хакимиәтенең юридик бүлегенә етәкселек иткән.

Читайте нас: