Әлшәй хәбәрҙәре
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Февраль 2021, 14:24

Февраль (шаҡай) - ҡыштың һуңғы

...Ышанмағыҙ февраль буранына. Бер яуыз уй юҡтыр уйында... Күпме генә шашып дуламаһын, Яҙ һылыуы уның ҡуйынында. (Рәми Ғарипов).

Февраль (шаҡай) - ҡыштың һуңғы, йылдың икенсе айы. 28 көндән тора, ә кәбисә йылында 29 көндән. Февралдә һыуыҡ: "Һыйыр мөгөҙөн һындырыр инем дә, көнөм генә ҡыҫҡа", - тип әйтә, имеш. Бер йылытып, бер һыуытып торғанға һәм бөтә нәмәне шаҡырайтып туңдырғанға халыҡ уны элек ш а ҡ а й тип атаған.
- Февралдә ҡайын ботағында ҡар алҡа-алҡа булып аҫылынып торһа, ул йылда иген уңыр.
- Февраль ҡыш мөгөҙөн һындыра.
- Февраль – ҡарға, ә апрель һыуға бай.
- Йылы февраль һыуыҡ яҙ килтерә.
- Февраль – бүреләрҙең туй айы.
- Февраль һалҡын һәм ҡоро торһа, август эҫе буласаҡ.
- Февраль ныҡ буранлы булһа, август ямғырлы булып, ужым уңыр.
Февралдә иҫтәлекле көндәр
1 – Рәсәйҙең беренсе Президенты Борис Ельциндың тыуыуына - 90 йыл (1931-2007).
2 – Рәсәйҙең хәрби дан көнө. Совет ғәскәрҙәре Сталинград алышында немец-фашист илбаҫарҙарын тар-мар иткән көн (1943).
4 – Бөтә донъя яман шеш ауырыуына ҡаршы көрәш көнө.
5 – Яҡташыбыҙ, ғалим-фольклорсы, филология фәндәре докторы, профессор Иван Карпухинға – 85 йәш (1936).
8 – Рәсәй фәне көнө.
Йәш герой-антифашистарҙы иҫкә алыу көнө.
9 – Халыҡ-ара стоматологтар көнө.
10 – Дипломаттар көнө.
А. С. Пушкинды иҫкә алыу көнө (1799-1837).
11 – Бөтә донъя сырхауҙар көнө.
12 – Көнсығыш календары буйынса Аҡ Үгеҙ йылы башлана.
14 – Изге Валентин көнө. Бөтә донъя ғашиҡтар көнө.
Рәсәйҙә ҡышҡы спорт төрҙәре көнө.
15 – Ватаныбыҙҙан ситтә хәрби бурысын үтәгән рәсәйҙәрҙе иҫкә алыу көнө (Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө).
Татар шағиры, Советтар Союзы Геройы Муса Йәлилдең тыуыуына - 115 йыл (1906-1944).
17 – Рәсәй студент отрядтары көнө.
Изгелек эшләү көнө.
Балалар шағирәһе Агния Бартоның тыуыуына - 115 йыл (1906-1981).
18 – Транспорт полицияһы көнө.
Рәғәиб кисе.
20 – Бөтә донъя социаль ғәҙеллек көнө.
21 – Халыҡ-ара туған тел көнө.
Шағир Сафуан Әлибайҙың тыуыуына - 80 йыл (1941-2014).
23 – Ватанды һаҡлаусылар көнө.
25 – Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө.
Фото: photosight.ru
Читайте нас: