Әлшәй хәбәрҙәре
+19 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ғинуар 2021, 15:00

2020 йылдың мөһим ваҡиғалары

“Әлшәй хәбәрҙәре” гәзитенә байҡау яһап2020 йыл тарих төпкөлөнә китте, әммә һуңғы йөҙ йыл эсендә, кешелек донъяһының бер нисә быуыны тарихында ул бик үҙенсәлекле һәм ауыр йылдарҙың береһе булараҡ хәтеребеҙҙә ҡалыр.

“Коронавирус”, “пандемия”, “битлек” - был һүҙҙәр йыш ҡулланыла торған ғына түгел, ә 2020 йыл символдарына әйләнде. Ошо ваҡыт эсендә беҙ бик күп яңы, быға тиклем уйлап та ҡарамаған әйберҙәр тураһында белдек. Был - тормошобоҙға көтмәгәндә килеп ингән дистанцион уҡытыу, интернет һәм технологияларҙың мөһимлеге һәм беҙҙең уларға ни тиклем бәйле булыуыбыҙ ҙа. Беҙ айҙар буйы өйҙә ултырырға һәм бер ҡайҙа ла сыҡмаҫҡа өйрәндек, табиптар һәм уҡытыусыларҙың ҡәҙерен белә башланыҡ, һатыусыларҙың, социаль хеҙмәткәрҙәр, хат ташыусылар, шоферҙар, элемтәселәр, электрсылар һәм башҡа бик күп һөнәр эйәләренең эшенә башҡаса ҡарай башланыҡ, уларҙан тыш тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтереп булмауын аңланыҡ.

Был йыл беҙҙән күптәрҙе алып китте һәм күп нәмәнән мәхрүм итте, әммә бар тормошобоҙға икенсе күҙлектән ҡарарға өйрәндек, мөһим тәжрибә һәм белем тупланыҡ. Ләкин ауыр һынауҙарға ҡарамай, тормош дауам итә.

Бөгөн һеҙҙең менән 2020 йылда булған иң яҡшы ваҡиғаларҙы хәтергә төшөрәйек.

*Районға эш сәфәре менән республика Башлығы Радий Хәбиров килде.

*Шафран мәктәбенең химия, информатика уҡытыусыһы Александр Кутьенков “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсы лауреаты булды.

*Йыл һөҙөмтәләре буйынса Ибрай ауылы батыры Рәмис Шафиҡов Башҡортостандың иң көслө ауыр атлеты тип танылды.

*Республика Башлығы инициативаһы менән булдырылған “Ҡанатлан!” проекты сиктәрендә М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында стоматология кабинеты асылды.

*Район үҙәгендә Советтар Союзы Геройҙарына бюст асыу тантанаһы уҙҙы.

*Түбән Әүрез мәктәбенә билдәле яҡташыбыҙ, Рәсәй Геройы Рафиҡ Ихсанов исеме бирелде.

*Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына райондың бер юлы өс ауылында - Ташкисеү, Иҙрис һәм Түбән Әүрездә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙарға һәйкәлдәр ҡуйылды.

*Аксен колледжына бөйөк рус ғалимы, геолог һәм тупраҡ фәне белгесе Николай Сибирцев исеме бирелде.

*Республикала беренсе тапҡыр “Атайлыҡ даны” йәмәғәт наградаһына конкурс уҙҙы. 27 атай исемлегендә Зеленый Клин ауылынан Тәбрис Ғәлимулла улы Ғәйнуллин, Аксендан Алексей Вениаминович Иванов, Раевканан Зирәк Ғәли улы Мөхәмәтйәнов һәм Ғәйнәямаҡтан Әбүзәр Сабир улы Шәйгәрҙанов та бар ине.

*Һуңғы ҡыңғырау сығарылыш уҡыусылары өсөн тәүге тапҡыр онлайн форматта үтте. Мәктәпте 409 туғыҙынсы синыф уҡыусыһы тамамланы, шуларҙың 45-е айырым өлгөләге аттестат алды, 137 ун беренсе синыф уҡыусыһы белем усаҡтарын тамамланы, улар араһынан 36 егет һәм ҡыҙ “Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн” миҙалына лайыҡ булды.

*Аграрсылар баҫыу миҙгелен уңышлы үткәрҙе. Иген культуралары 43571 гектар майҙанда үҫтерелде. Гектарынан 25,5 центнер уртаса уңыш менән 111032 тонна ашлыҡ йыйып алынды. 15648 гектар майҙандан 22326 тонна көнбағыш алынды, уңыш гектарынан 14,3 центнер тәшкил итте. Шәкәр сөгөлдөрө 935 гектарҙа үҫтерелеп, 44189 тонна тамыраҙыҡ алынды, уңыш - гектарынан 472, 6 центнер.

*Яңы Сәпәш ауылында капиталь ремонттан һуң мәҙәниәт йорто асылды.

*Район үҙәгендә оҙаҡ көтөлгән бассейнлы “Виктория” спорт комплексын тантаналы асыу сараһы үтте.

*Ҡармышта “Нур-Иман” мәсете ишектәрен асты.

*“Исток” ауыл хужалығы кооперативы һөт эшкәртеү буйынса цех асты һәм “Родное село” маркаһы аҫтында продукцияһын һатыуға сығара башланы.

*“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Раевка социаль-мәҙәни үҙәгендә кинозал асылды.

*Ташлы ауылы “Айыҡ ауыл” конкурсының муниципаль этабы еңеүсеһе булды. Был бәйгелә райондың 57 ауыл биләмәһе ҡатнашты.

*Райондың ике мәктәбе – Ғәйнәямаҡ һәм М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы яңы автобуслы булды.

*Район үҙәгендәге паркта танкистарға стела ҡуйылды

Йылдың иң мөһим ваҡиғаларын Фәнүзә СУФИЯНОВА барланы.
Читайте нас: