- Бөтәһе лә ошо һабандан башланды, – тип йылмая музей хужаһы. – Ауыл хужалығында ер һөрөү өсөн тәғәйенләнгән был эш ҡоралын миңә дуҫым бирҙе, ул минең иҫке ҡомартҡылар йыйыуым тураһында ишетеп белә ине. Ҙур һабан музейҙа лайыҡлы урын алды. Ата-әсәйемдән ҡалған көнкүреш әйберҙәрен дә шунда урынлаштырҙым. Әсәйемдең йәй көнө ашарға бешергән кәрәсиндә эшләүсе керогазы ла, йөн иләгес тә, кер йыуыу таҡтаһы ла күргәҙмәгә ҡуйыла.
Уның коллекцияһында балсыҡ һауыт-һаба ла бар Бәләкәй генә көршәкте Ташлы ауылынан килтергәндәр. Уны картуф ҡаҙыған саҡта осраҡлы ғына табып алғандар.
Ҡомартҡылар араһында “Зингер” тегеү машинаһы, үтектәр, фонарҙар бар. Әйтергә кәрәк, үтектәрҙе уға сиғандар биргән. Улар ауылда тауар һатып йөрөгәндә Тимерйәр Мырҙа улының музейын күреп, иҫке үтектәр алып килергә вәғәҙә итәләр һәм һүҙҙәрендә торалар ҙа. Бына шулай ауыл музейы коллекцияһы тулыландырыла.
Тимерйәр Мырҙа улы музейында үҙенсәлекле экспонаттар бик күп. Иҫәпләүе буйынса бер нисә йөҙ йыллыҡ тарихы булған үлсәүҙе өйрәнеп, ул үҙе өсөн ҡыҙыҡлы бер асыш яһаған. Был хәрби кешенең үлсәүен уға Белорет районынан алып килгәндәр. Ул тимерҙән ҡойолған ҡалҡан һәм суҡмарҙан тора. Хәрби хәрәкәттәргә бәйле тағы ла предмет – гильза ла бар бында. Ул уны Линда ауылы янында табып ала. Моғайын, Граждандар һуғышы осоронан ҡалғандыр. Тимерйәр Мырҙа улының шулай уҡ 150 йыллыҡ иҫке пилорамаһы ла бар. Элек унда таҡта ярғандар.
Ул совет заманы әйберҙәрен дә ҡәҙерләп һаҡлай. Фотоаппарат, ҡаурый ҡәләм, пионер галстугы, “Бөтә илдәрҙең пролетарийҙары, берләшегеҙ!” тип яҙылған ҡыҙыл байраҡ һәм башҡа бик күп нәмәләр.
Т. Сафин “Бастион” һаҡ предприятиеһында эшләй. Раевка элеваторының производство объекттарын һаҡлай. Уға тиклем “Яңы Раевка” совхозында электрсы, һуңынан тыуған ауылында киномеханик һәм клуб мөдире була.
Тимерйәр Мырҙа улы ҡул ҡаушырып ултырырға яратмай. Матур итеп эскәмйәләр, өҫтәлдәр, ултырғыстар яһай, штакетниктар әҙерләй. Ейәндәренә ағастан мебель эшләп биргән. Тормош иптәше Гөлсара Һаҙый ҡыҙы иренең алтын ҡуллы булыуына һөйөнөп бөтә алмай. Ул үҙе оҙаҡ йылдар Ибрай ауыл Советына етәкселек итә. Фельдшер һөнәрен һайлаған ҡыҙҙы юллама буйынса Шишмә ауылына эшкә ебәрәләр. Үҙенең икенсе яртыһын да ошонда таба Гөлсара Һаҙый ҡыҙы. Бөгөн улүҙенең төп һөнәре буйынса эшләп йөрөй. Шишмә, Иҫке Сәпәш һәм Аҡбирҙе ауылдары халҡын дауалай. Сафиндар өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Өлкән улдары Илдар Раевка ауылында йәшәй, механизатор, ҡыҙҙары Гөлнара Санкт-Петербургта төпләнгән, банк хеҙмәткәре. Кинйә улдары Илгиз Алыҫ Көнсығыш федераль университетында тәржемәсегә уҡып сығып, ҡытай телен өйрәнә. Әле ошо һөнәре буйынса хеҙмәт һала. Ул да атаһы кеүек ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыуған яғының тарихын өйрәнә. Илгиз атаһы булдырған музей тураһында видео төшөргән. Коронавирус таралған әлеге осорҙа социаль селтәрҙәрҙә музейға виртуаль сәйәхәт ҡылырға, экспонаттарҙы ҡарарға һәм уларҙың тарихын тыңларға мөмкин.
Айгөл МӨХӘМӘТДИНОВА.