Автомобилде рөхсәт ителгән тиҙлекте арттырып идара итергә яратҡан ир-кеше ҡыҫҡа ваҡыт эсендә штрафтар “коллекцияһын” туплай. Уға Рәсәй Федерацияһы административ Кодексының 12.9-сы статьяһына ярашлы 16 штраф бирелә, уларҙың дөйөм күләме 11 мең һум тәшкил итә. Әммә ир-кеше уларҙы түләргә ашыҡмай.
Һөҙөмтәлә, был штрафтар Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Межгорье ҡала суд приставтары бүлексәһенә мәжбүри башҡарыуға тапшырыла.
Суд приставы законды тормошҡа ашырыу ниәтендә 37 йәшлек бурыслы ир-кешегә ҡарата илдән ситкә сығыу хоҡуғында сикләү һәм водитель танытмаһын сикләү тураһында ҡарар сығара.
Сираттағы мәжбүри сара – транспортҡа идара итеү хоҡуғында сикләнеүе буласағын аңлатҡас, ир-ат тиҙ арала 16 штрафын тулыһынса түләй.
Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы иҫегеҙгә төшөрә, бурыс булыуы йәки булмауы тураһында ведомствонын рәсми сайтындагы «Башҡарма производство мәғлүмәттәре банкы» (https://r02.fssp.gov.ru/iss/ip) сервисын һайлап, йәки «ФССП» мобиль ҡушымта аша, йәиһә Дәүләт хеҙмәте сайты аша (https://www.gosuslugi.ru/ ) белеп була.
Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте.