Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Декабрь 2020, 16:05

Фамилия яңы булһа ла, бурыстар һәм йөкләмәләр иҫке

Башҡа фамилия аҫтында йәшеренеп йөрөгән бурыслы ирҙе суд приставтары эҙләп таба һәм яуаплылыҡҡа тарттыра.

Суд ҡарары буйынса, өфөлө үҙенең балиғ булмаған 2009 һәм 2014 йылғы ҡыҙҙарына аҡса түләргә тейеш булған. Әммә алименттар түләүен онотоп, ул суд приставтарынан ҡасып йөрөй башлай.
Атай кеше балалары алдында бурысын үтәргә ашыҡмағас, Өфө ҡалаһы Калинин район суд приставтары бүлеге хеҙмәткәрҙәре бурыслыны розыскҡа иғлан итә. Суд приставы асыҡлауы буйынса, гражданин балаларына алимент түләмәү маҡсаты менән фамилияһын һәм исемен алмаштыра. Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре менән уртаҡ эше барышында, 45- йәшлек ир ҡулға алына. Түләмәүсегә сәбәптәре буйынса аңлатма биреүенән тыш, суд алдына баҫыу киләсәге көтә. Ир-кешегә ҡарата Рәсәй Федерация­һының Административ тәртип боҙоуҙар тураһындағы кодексы­ның 1-булеге 5.35.1 статьяһы буйынса (“Балаларҙы йәки эшкә яраҡһыҙ ата-әсәләрҙе ҡарауға аҡса түләмәү”) административ протокол төҙөл­гән. Суд уға 100 сәғәт мәжбүри эш язаһын тәғәйенләй.
Гражданиндың балалары алдында алимент буйынса бурысы 678 мең һумдан артып киткән. Бурысты тулыһынса ҡаплау теләге уянмаһа, был осраҡта уға Рәсәй Енәйәт кодексының 157-се статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ. Шулай уҡбер йылға иркенән мәхрүм итеүҙәре лә ихтимал.
Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте.
Фото: 53news.ru
Читайте нас: