Әлшәй хәбәрҙәре
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Декабрь 2020, 14:00

Эшҡыуар бурысын түләне

Әлшәй районы суд приставтары урындағы эшҡыуарҙан һалым түләүҙәре буйынса ярты миллион һумдан ашыу бурысын түләттерҙе.

33 йәшлек эшҡыуарҙың төп эшмәкәрлеге - ҡатнаш ауыл хужалығы. Әммә, һалым органы алдында бурыстары булыуға ҡарамаҫтан, фермер хужалығы башлығы уларҙы билдәләнгән ваҡытта түләмәгән. Һөҙөмтәлә 514 мең һумдан ашыу бурысы йыйылған. Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса район-ара инспекцияһы дәғүәһе буйынса Әлшәй районы суд приставтары бүлегендә милеккә һалым буйынса бурысты түләттереү тураһында башҡарма производство ҡуҙғатылды.

Бурыслы кешенең милек хәле тураһында запрос ебәрелде һәм уның сит ил машинаһы булыуы асыҡланды. Суд приставы 2018 йылғы Toyota Land Cruiser автомобиленә ҡарата теркәү ғәмәлдәрен башҡарыуға тыйыу ҡарары сығарҙы. Ир һалым бурыстарын ҡыҫҡа ваҡытта түләне.

Суд приставтары Федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте.

Читайте нас в