Наташаның әсәһе, Алла Анатольевна, балалар баҡсаһында музыка етәксһе, өләсәһе, Зоя Константиновна, Раевка 39-сы мәктәбендә башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшләй, шуға күрә ҡыҙ һәр ваҡыт күмәк балалар араһында була, улар менән бергә экскурсияларға, походтарға йөрөй, байрамдарҙа әүҙем ҡатнаша. Ә 4-се мәктәптең 9-сы синыфын тамамлағас (ете йыл музыка мәктәбендә фортепиано класында ла уҡый), музыкант булыу теләге менән Өфө ҡалаһының 2-се педагогия колледжына уҡырға инә, әммә оҙаҡламай ул һөнәрҙең күңеленә ятмауын аңлай. Наталья өйөнә ҡайта һәм һөнәрселек училищеһында ашнаҡсы-кондитер белгеслеген үҙләштерә, ә һуңынан тағы ҡалаға китә. Бында уның тәүге балаһы Никита донъяға килә. Әсәһе ҡаты ауырыу сәбәпле, ҡыҙ яңынан Раевкаға ҡайта.
Элек элеваторҙа моторист булып эшләгән Илдар Фәрүәзов ул ваҡытта ауырыу улын бер үҙе тәрбиәләгән була. Кескәй балаһын яңғыҙы аяҡҡа баҫтырырға тырышҡан Наташа менән танышыу уның тормошон ҡырҡа үҙгәртә. Яңы йыл байрамына әҙерләнгәндә, һөйләшә алмаған 7 йәшлек Нияз һәм 4 йәшлек Никита, урман ҡунағын биҙәгәндә, ата-әсәләре кеүек, бик тиҙ уртаҡ тел таба. Ә 2010 йылда йәш ғаиләлә Данил исемле малайҙары, бер йылдан – Карина, артабан Ильяс тыуа.
Былтыр улар йорт һалып ингәндәр, унда эске һәм тышҡы биҙәкләү эштәрен, мебелде, террасаны, йыуыныу бүлмәһен – барыһын да үҙ ҡулдары менән эшләйҙәр. Натальяның тыуған көнө алдынан, май айында тормош иптәше балалары менән бергәләп йорт алдында матур сәскә түтәле яһайҙар, ишек алдында ла йәй көнө аллы-гөллө сәскәләр күҙҙең яуын алып ултыра.
- Ирем сәскәләр үҫтерергә ярата, ә мин ул эште бик үҙ итеп бөтмәйем, - тип шаян йылмая йорт ҡоймаһына ҙур ихласлыҡ менән семәрләп, йәнһүрәт геройҙарын төшөргән, шулай уҡ электр бырау, бысҡы, фрейзер менән мебелгә биҙәктәр яһаған Наталья.
Уның өсөн иң мөһиме – өйҙәгеләрҙең өҫ-башы бөтөн, тамағы туҡ, сәләмәт һәм ҡәнәғәт булһындар. Хәйер, нисек кенә сәйер яңғырамаһын, сирҙең дә ыңғай яҡтары була икән дә баһа. Даниланы ғына миҫалға алайыҡ. Ундай саҡта уның үтенесен кире ҡаҡмайҙар, шөрөп борғос һәм банка менән шөрөптәр биреп тороуын һорайҙар. Ә Карина, башҡа ҡыҙҙарҙан айырмалы рәүештә, тыуған көнөнә әсәһе әҙерләгән колбаса менән сырҙан күп ҡатлы тураманы ярата. Өйҙәге яратып ашалған ризыҡ – бөтә ғаилә менән әҙерләгән манты. Ә 4 декабрҙә (был да традицияға ингән) һәр кем Ҡыш бабайға хат яҙа, ул ейәнсәре Ҡарһылыу менән улар йәшәгән йортҡа килә. Фәрүәзовтар бергәләшеп бөтә йортто уйынсыҡтар менән биҙәйҙәр, ҡапҡа алдына ҡарҙан матур һындар әүәләп ҡуялар.
Күп балалы ғаиләлә күңелһеҙләнеп ултырып булмай. Бында барыһы да бергә эшләй, бергә ял да итә. Өлкән йәштәге күрше әбейҙе тәрбиәләгән ата-әсәһенән өлгө алып, балалары ла бер тауыштан, беҙ ҙә ололарға ярҙам итәсәкбеҙ, тиҙәр.
Бөтә балалар ҙа 4-се мәктәптә уҡый, Карина менән Данила икеһе лә – дүртенсе, Ильяс – өсөнсө, Никита туғыҙынсы синыфта белем ала. Был мәктәптә махсус программа буйынса Нияз да белем алған, уны тәүҙә Венера Дамир ҡыҙы Халиҡова уҡытҡан. Ул ата-әсәһенә баланы нисек уҡытырға кәрәклеген аңлатҡан. Бөгөн Нияз уҡый, яҙа белә, айырым һүҙҙәр әйтә ала. Ағалары һәм һеңлеһе менән Пионерҙар йорто берләшмәләренә йөрөгән малай «Ватаныма йыр йырлайым», “Мир вокруг меня” тигән республика турист-тыуған яҡты өйрәнеү конкурсы призеры булған. Ә был ҡунаҡсыл, ижад йортона беренсе булып «Изгелек каникулға китмәй» бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе һәм республика геология викторинаһы призеры Никита йөрөй башлай. Әйткәндәй, ул күптән түгел генә «Өйҙә уҡырға ярҙам ит» акцияһы сиктәрендә дистанцион уҡыу өсөн заманса гаджет алған.
- Фәрүәзовтарҙың татыу ғаиләһе күп сәйәхәт итә. Быйыл Ишембай районындағы Торатауҙа экскурсияла булып, тыуған яҡты өйрәнеү буйынса тикшеренеүҙәр үткәрҙек. Балалар - «Сығанаҡтар» профилле турист-тыуған яҡты өйрәнеү лагереның актив ҡатнашыусылары. Наталья Александровна һәм Илдар Хәйҙәр улы мәктәп һәм йәмәғәт эштәрендә, Пионерҙар йорто тормошонда ла ҡатнаша, - ти “Сығанаҡтар” студияһы етәксеһе, педагог Зилә Зәкәрийә ҡыҙы Йәлилова.
Фәрүәзовтар ғаиләһенең тағын бер хыялы бар - балалар йортонан бер сабый алып, уға йөрәк йылыһын бүләк итеү. Биш бала янында алтынсыһына ла урын табылыр, ти улар.
Күп балалы ғаиләнең был ғәжәйеп татыу һәм бәхетле донъяһында, унда үҙ ҡыйынлыҡтары ла бар, әлбиттә, барыһын да тыуған йорттарының ныҡлы стеналары ла, бер-береһенә ҡарата һөйөү һәм изгелек тойғолары ла һаҡлай. Киләсәктә лә юлығыҙҙа яҡшы, игелекле кешеләр генә осраһын.
Ирина ВЛАДИМИРОВА.