Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Ноябрь 2020, 17:00

Һөнәри байрам ғаилә тантанаһына әйләнгән

Эйе, полицияға эшкә төрлө сәбәптәр менән киләләр: берәүҙәр өсөн ул - романтика, икенселәренең үрнәк алырҙай кешеһе булған, өсөнсөләрҙә - ғәҙеллек хисе көслө, ә кемдәргәҙер йондоҙҙар шулай “ҡушҡан”.

Хоҡуҡ һаҡлау органдарында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа булыуына ҡарамаҫтан, был өлкәлә хеҙмәт итеүҙе ғәҙәттә ирҙәр эше тип һанарға күнеккәнбеҙ. Эш физик һәм әхлаҡи яҡтан да ябай түгел, көсөргәнешле һәм хәүефле, айырым оҫталыҡ талап итә. Әммә һөнәрҙәренә бәйле еңел булмаған бурысты уңышлы атҡарып сығыусы ҡатын-ҡыҙ-полицейскийҙар ҙа аҙ түгел.

Шуларҙың береһе – Рәсәй Эске эштәр министрлығының Әлшәй районы буйынса бүлеге тәүтикшереү бүлексәһенең өлкән тәүтикшереүсеһе Әлфиә Рәмил ҡыҙы Волкова. Бына 16 йыл инде ул полиция эшенең иң көсөргәнешле, ентекле ҡараш талап иткән йүнәлеше – тәүтикшереү бүлегендә майор дәрәжәһендә хеҙмәт һала, ошо дәүер эсендә ул йөҙләгән урлашыу, талау, мутлашыу, ғаилә-көнкүреш низағтары, транспорт сараларын урлау кеүек енәйәттәрҙе асҡан.

Тәүтикшереүселәрҙең хеҙмәте ябай түгел: улар төрлө енәйәт эштәрен тикшерә һәм судҡа ебәрә. Ә бының өсөн иң тәүҙә эште төрлө яҡлап ентекле өйрәнеү – һорау алыу, күҙгә-күҙ осрашыуҙар үткәреү, һәр дәлилде закон буйынса нығытыу талап ителә. Тәүтикшереүселәр айына алты-ете эш тикшерергә тейеш, ә уларға йыш ҡына тиҫтәнән ашыу эш ҡарарға тура килә.

Был һөнәрҙе һайлауына Әлфиә Рәмил ҡыҙы үкенмәй.

- Милицияға эшкә барыуым үҙенән-үҙе килеп сыҡты. Бәләкәйҙән был хаҡта хыялландым тип әйтә алмайым. Атайымдан, һуңғараҡ апайымдан өлгө алдым. Ә бына Светлана башҡа һөнәр тураһында уйлап та ҡараманы, - ти Әлфиә Рәмил ҡыҙы.

Эйе, эске эштәр бүлегендә бөгөн бер туған ике ҡатын-ҡыҙ эшләй. Светлана Рәмил ҡыҙы – административ күҙәтеүҙе ғәмәлгә ашырыу буыйнса өлкән инспектор, полиция майоры, уның хеҙмәт стажы егерме йылға яҡын. Ҡасандыр Светлананың дуҫ ҡыҙҙары матур кейемдәр һәм яңы ҡурсаҡтар тураһында уйлағанда, ул тиҙерәк үҫеп, милиция формаһы кейергә һәм атаһы, милиция майоры Рәмил Исмәғилев кеүек (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул 1995 йылда, фажиғәле рәүештә вафат була) енәйәт эштәрен асырға хыяллана.

“Эске эштәр органдарында хеҙмәтен Исмәғилев Рәмил Расих улы 1980 йылда Әлшәй районы эске эштәр бүлегендә милицияның участка инспекторы булып башлай. 1994 йылдың июнендә, юғары әҙерлекле хеҙмәткәр булараҡ, ул тәүтикшереү бүлексәһе етәксеһе итеп тәғәйенләнә.

1995 йылдың 5 июнендә, сираттағы ялында һәм Раевка 44-се урта мәктәбенең ата-әсәләр комитеты ағзаһы булараҡ, Рәмил Исмәғилев балаларҙы Асылыкүлгә бер көнлөк походҡа оҙатып бара. Күл янына килеп, палаткалар урынлаштырғас, балалар яр буйында волейбол уйнай башлай, ә бер нисә бала кәмәлә йөрөргә теләк белдерә. Бер аҙҙан көслө ел сыға һәм балалар ултырған кәмәне күл уртаһына алып китә башлай. Бер секунд та уйлап тормай, милиция майоры Рәмил Исмәғилев көслө тулҡындар ҡосағына ташлана… Тиҙҙән кәмә иҫән-имен икенсе ярға сыға. Быны күреп, күл уртаһына тиклем барып еткән ир кире яҡҡа йөҙә башлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәле бөтөп, ярға йөҙөп сыға алмай…». БР Эске эштәр министрлығының хәтер китабынан.

Эйе, полицияға эшкә төрлө сәбәптәр менән киләләр: берәүҙәр өсөн ул - романтика, икенселәренең үрнәк алырҙай кешеһе булған, өсөнсөләрҙә - ғәҙеллек хисе көслө, ә кемдәргәҙер йондоҙҙар шулай “ҡушҡан”. Апалы-һеңлеле Исмәғилевалар атайҙарының хыялын тормошҡа ашырған.

Ҡыҙҙар үҙҙәренең уңыштары тураһында һөйләгәндә, уларҙың барыһы ла әсәләре Фәриҙә Ғәйнулла ҡыҙының ҡаҙанышы тип иҫәпләй, сөнки ул 37 йәшендә тол ҡалып, ҡыҙҙарына лайыҡлы тәрбиә һәм белем бирергә, уларҙың хыялдарын тормошҡа ашырырға ярҙам итеү өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләй. Бөгөн дә Фәриҙә апай ҡыҙҙарына ярҙам итеп тора. Әммә хәҙер өләсәләренең ярҙамына күберәк дүрт ейәне мохтаж, сөнки уларҙың әсәләренә йыш ҡына төнгө дежурҙа ҡалырға тура килә.

Исмәғилевалар өсөн 10 ноябрь – үҙенсәлекле көн, ысын мәғәнәһендә ғаилә байрамы. Йыл һайын был көндө тантаналы йыйылыштан һәм бүлектең үҙешмәкәр сәнғәт коллективы концертынан һуң, унда Әлфиә менән Светлана ла ҡатнаша, улар әсәһе янына йыйыла. Ейәндәр олаталарының ниндәй булыуы тураһында һораша. Бигерәк тә Светлананың улы Амадель бик ҡыҙыҡһыныусан. Бөгөн егет юрист һөнәре серҙәренә төшөнә. Тимәк, офицер Исмәғилевтың ғаилә эше дауам итәсәк әле.

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Автор фотоһы һәм ғаилә архивынан алынған фото.

Читайте нас: