Буласаҡ милиционерҙың бала сағы һәм йәшлек йылдары Чехов исемендәге шифахана ауылында үтә. 1979 йылда, мәктәпте тамамлағас, армия сафына алына. Әлшәй егете Тыуған ил алдындағы изге бурысын намыҫ менән үтәп, Ҡыҙыл Байраҡлы махсус Кремль полкында хеҙмәт итә. Армия –ир-егет өсөн ысын тормош мәктәбе, ти ул. Демобилизацияланғандан һуң СССР Эске эштәр министрлығының Татарстандағы Алабуға махсус урта милиция мәктәбенә уҡырға инә. Артабан йәш белгесте йүнәлтмә буйынса Өфө ҡалаһына ебәрәләр, унда ул Октябрь районы эске эштәр бүлегенең енәйәтселәрҙе эҙләү бүлеге инспекторы булып эшләй. 1986 йылда Анатолий Николаевич ғаилә хәлдәре буйынса Әлшәй районы эске эштәр бүлегенә күсә. Тәүҙә бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспектор, һуңынын бүлек етәксеһе ярҙамсыһы – өлкән оператив дежурный вазифаһын башҡара.
Дежур бүлеге хеҙмәткәрҙәренең мөһим һөнәри оҫталыҡтарының береһе ҡатмарлы хәлдәрҙә тиҙ генә мөһим ҡарарҙар ҡабул итә белеү тип иҫәпләй Анатолий Николаевич.
- Шулай уҡ яуаплылыҡ, түҙемлелек, һалҡын ҡанлылыҡ һәм кеше хәленә инә белеү кеүек сифаттарға ла эйә булырға тейеш был һөнәр вәкилдәре. Ғөмүмән, дежур бүлеге - бик үҙенсәлекле хеҙмәт, сөнки хоҡуҡ һаҡсыларының нисек эшләүе тураһында йәмәғәтселек фекере тәү сиратта уларҙың хеҙмәтенә бәйле, - ти милиция ветераны. – Телевизорҙа күрһәтелгән популяр сериалдарҙағы кеүек әллә ни романтика юҡ беҙҙә. Был – иҫ киткес яуаплы һәм ауыр хеҙмәт. Һин һәр ваҡыт көтөлмәгән хәлдәргә әҙер булырға тейешһең, сөнки енәйәтте “ҡыҙыу эҙҙәр” буйынса асыу тәү сиратта оператив дежурныйҙың аңлы эш итеүенән тора. Көсөргәнешле эш сменаһынан һуң тиҙ генә башҡа мәсьәләләргә күсеп тә булмай, сөнки күңелең менән һин һаман эштәге ваҡиғалар уртаһында ҡайнайһың.
Тап шундай минуттарҙа Анатолий Николаевичҡа яратҡан шөғөлдәре ярҙамға килгән, балыҡ тотоу, һунарға йөрөү һәм умартасылыҡ эшенән күңеленә ял тапҡан ул. Ветеран бөгөн дә ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә, уның үҙ умарталығы бар, наҙлы бал ҡорттарының, балдың файҙалы сифаттары тураһында сәғәттәр буйы һөйләй ала.
Һөнәри оҫталығы һәм намыҫлы хеҙмәт иткәне өсөн милиция ветераны күп тапҡырҙар почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. Ул бөтә өс дәрәжә “Фиҙакәр хеҙмәт өсөн” ведомство миҙалдары, “Эске эштәр бүлегендә тырыш хеҙмәте өсөн”, “Эске эштәр министрлығының маҡтаулы хеҙмәткәре” билдәләренә лайыҡ була. Ә шулай ҙа быйыл 60 йәшен билдәләгән отставкалағы подполковник өсөн иң юғары награда – ул халыҡ рәхмәте һәм коллегаларының хөрмәт һүҙҙәре.
Резеда ХӨСӘЙЕНОВА.
Фото ғаилә архивынан алынды.
Милиция ветераны А. Н. Яковлев.