Һеҙгә ҡануниәт тарафынан граждандарҙың ғүмерен һәм сәләмәтлеген һаҡлау, ауыр минуттарҙа ярҙамға килеү, дәүләт һәм йәмғиәт мәнфәғәттәрен яҡлау, хоҡуҡ тәртибен боҙоуға ҡаршы көрәшеү бурысы ышанып тапшырылған. Йәмғиәттәге татыулыҡ һәм тыныслыҡ тәү сиратта һеҙҙең һөнәри оҫталыҡҡа, яуаплылыҡ һәм принципиаллеккә бәйле. Ҡыйыулығығыҙ, үҙ бурысығыҙға тоғролоғоғоҙ һәм хеҙмәт вазифаларын яуаплы башҡарыуығыҙ өсөн ысын күңелдән рәхмәт белдерәм.
Эске эштәр органдары ветерандары айырым рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ, йәш быуын уларҙың ҡаҙаныштарында һәм баһалап бөткөһөҙ тәжрибәһендә тәрбиәләнә.
Барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә һәм ветерандарға ныҡлы һаулыҡ, рух күтәренкелеге, ауыр хеҙмәтегеҙҙә уңыштар, яҡындарығыҙға именлек һәм бәхет теләйем!
Әлшәй районы муниципаль район хакимиәте башлығы Дамир МОСТАФИН.